Әхмәтшина Айгөл Ғайса ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
24 юл:
«Яңы Анна Нетребко» тип йөрөтәләр Айгөл Әхмәтшинаны. Һәм тыуған Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Жорж Бизеның «Кармен» операһында Кармен партияһын башҡарҙы һәм тәүге соло концертын бирҙе<ref>[https://ru.rbth.com/zhizn/278-russian-singer-london Как девочка из башкирской деревни покорила сцену Королевского театра Лондона 13 мая 2019 г.]</ref>.<ref>[https://www.bashinform.ru/news/1565135-solistka-kovent-garden-aygul-akhmetshina-vystupila-v-svoey-ufimskoy-alma-mater/?clear_cache=Y Башинформ]</ref>
 
Өфө сәнғәт училищеһына ҡунаҡҡа саҡырылғанда, Айгөл Әхмәтшина <!-- үҙенең аҫыл колоратур меццо-сопрано тауышы менән концертмейстер Виктория Смоленкова менән Гендель, Вивальди, Доницетти, Гардель һәм башҡа авторҙарҙың арияларын һәм йырҙарын башҡарҙы. Ул атаҡлы бас Илдар Абдразаҡов менән данлыҡлы урыҫ баритонының тыуған ҡалаһы Красноярскиҙа «Дмитрий Хворостовский һәм дуҫтары — балаларға» хәйриә концертында, сит илдәрҙә Пласидо Доминго менән дә йырланы.
 
Йырсыны тыуған Өфө сәнғәт училищеһында ҡабул иткәндә, Айгөл Әхмәтшинаның үҫеш баҫҡыстары менән уҡытыусы Эльвира Рәхимҡолова таныштырҙы. Айгөл тамашасыны ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла асыҡ һәм ентекле яуап бирҙе, һөнәри лайфхактар һәм кәңәштәр менән бүлеште, йәш коллегаларына сит ил телдәрен өйрәнергә һәм конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәклекте әйтте, көтөлмәгән хәлдәрҙә үҙеңде тотоу буйынса ла сер менән бүлеште.
 
Айгөл училищеһына-->уҡыу йортона видеокамера һәм ике фортепиано бүләк итте.
Уҡытыусы Римма Рушановна Айгөл Әхмәтшинаның сығарылышын «алтын тамамлаусылар» тип атаны. 2015 йылда — 10 ҡыҙыл диплом тапшырылған. Курсташтар барыһы ла һөнәре буйынса төрлө театрҙарҙа, концерт учреждениеларында һәм музыка мәктәптәрендә эшләй.