Родригеш Лилиана: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Родригеш, Лилиана" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

16:11, 22 апрель 2021 өлгөһө

Лилиана Мария Гонсалвеш Родригеш де Гоиш (порт. Liliana Maria Gonçalves Rodrigues de Góis; тыу 13 апрель 1973, Фуншап, Мадейра) — португал (Мадейра утрауынан ) сәйәсмән, португал Социалистик партияһы ағзаһы һәм Португалиянан Европа парламентында депутат.

Һөнәри карьераһы

Лилиана Родригеш Санта-Антониула, Фуншап фрегезияһында (районы) тыуа. Европа парламентына һайланғанға тиклем ул 2011 йылдан 2015 йылға тиклем «Мадейра идеялары лабораторияһы» (порт. Laboratório de Ideias da Madeira) президенты вазифаһын биләй. Сәйәсәткә ҡағылышы булмаған һөнәре тормошонда Родригеш булып Мадейра Университеты профессоры һәм мәғариф өлкәһендә тикшеренеүсе була. Ул 1996 йылда Яңы лиссабон университетын «философия» һөнәр буйынса тамамлай һәм Мадейра университетында мәғариф өлкәһендә ике дәрәжәгә эйә була: 2003 йылда магистр дәрәжәһенә, 2008 йылда доктор дәрәжәһенә. Родригеш шулай уҡ урта уҡыу йорттарында философия, психология һәм социологиянан уҡыта. Бынан тыш, ул Бразилиялауҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә .

Европа парламентында эшләгән ваҡытында ул Мадейра менән үҙенең бәләнештәрен һаҡлап ҡалырға ниәтләнеүен белдерә[1].

Буш ваҡытында эттәрҙе өйрәтеү менән мауыға, Родригеш әйтеүенсә, Брюсселдә бының менән шөғөлләнеү бик ауыр.

Европа парламенты депутаты

Родригеш беренсе тапҡыр Европа парламентына 2014 йыл һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса һайлана[2]. Парламентта ул Төбәктәр үҫеше буйынса комитетта, Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм гендер тигеҙлеге буйынса комитетта эшләй, Көнсығыш илдәре менән бәйләнеш буйынса делегацияға һәм Урта диңгеҙ буйы Союзының Парламент ассамблеяһы делегацияһына инә[3]. Төрлө комитеттарҙа эшләүҙән тыш, ул шулай уҡ — Европа парламентының ЛГБТ хоҡуҡтары буйынса интергруппаһы ағзаһы[4].

Сәйәси позицияһы

Родригеш Португалия хөкүмәте 2015 йылда ҡабул иткән ресурстарҙы үтә бәрәкәтле тотоноу буйынса сараларына ҡаршы сығыш яһай, .

Иҫкәрмәләр

  1. Group, Global Media Eurodeputados - Liliana Rodrigues, a independente que vem do Funchal. Дата обращения: 4 апрель 2021.
  2. "Seeing women as weaker than men is nonsense." Interview with MEP Liliana Rodrigues. blog.unitee.edu (1 октябрь 2014). Дата обращения: 4 апрель 2021.
  3. Liliana RODRIGUES - Página inicial - Deputados - Parlamento Europeu. Дата обращения: 4 апрель 2021.
  4. Members European Parliament Intergroup on LGBTI Rights.