Пенза: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Билдәле шәхестәре: яңы мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Билдәле шәхестәре: күренеште төҙәтеү
63 юл:
* [[Задорнов Николай Павлович]] (22.11.1909—18.09.1992), [[СССР]] яҙыусыһы. 1935—1937 йылдарҙа [[Башҡортостан]]да йәшәй һәм эшләй: «Белорецкий рабочий» гәзитенең хеҙмәткәре, 1936 йылдан «Красная Башкирия» (хәҙерге [[Республика Башкортостан (гәзит)|«Республика Башкортостан»]]) гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була. 19-сы быуаттың 60-сы йылдарында [[Белорет заводы]]нда булған реаль ваҡиғаларҙы сағылдырған «Мәғәсүм менән Гурьяныч» («Могусюмка и Гурьяныч»; 1956) исемле повесть авторы. Латвия ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1969). Сталин премияһы лауреаты (1952)<ref>[http://bashenc.online/ba/articles/85087/ Башҡорт энциклопедияһы — Задорнов Николай Павлович]{{V|10|02|2021}}</ref>.
* [[Давыдов Виталий Викторович]] (1941), [[спорт]] ветераны, ДОСААФ–тың [[Өфө]] радиоклубы тәрбиәләнеүсеһе. Радиоспорт буйынса РСФСР-ҙың 1971—1975 йылдарҙағы йыйылма командаһы ағзаһы һәм СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979). Радиоэлемтә буйынса ҡыҫҡа тулҡындарҙа ситтән тороп ярышыуҙа [[Ер|донъя]] (1974), [[Европа]] (1972), СССР һәм РСФСР (1973) чемпионы; [[Австралия]]ла, [[АҠШ]]-та, [[ГФР]]-ҙа (бөтәһе лә — 1972), [[Колумбия]]ла (1973—1974) халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе. [[Азия]] рекордсыһы (1971—1974)<ref>[http://bashenc.online/ba/articles/84514/ Башҡорт энциклопедияһы — Давыдов Виталий Викторович]{{V|10|02|2021}}</ref>.
* [[Тенишев Әҙһәм Рәхим улы]] (1921—11.07.2004), [[СССР]] һәм [[Рәсәй]]ҙең [[Лингвистика|лингвист-төркиәтсеһе]]. Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлеге мөдире. «Советская тюркология» журналының һәм «Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков» күп томлы баҫманың баш мөхәррире. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1984); [[Башҡортостан Фәндәр академияһы]]ның почётлы академигы (1992). Филология фәндәре докторы, профессор. [[Татарстан]]дың (1997), [[Башҡортостан]]дың (2000), [[Ҡалмыҡ Республикаһы]]ның (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
 
== Юғары уҡыу йорттары ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Пенза» битенән алынған