Рейн: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Zlgll (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Zlgll (фекер алышыу | өлөш)
31 юл:
Кельтс/гал телдәрендәге йылға исеме һиндевропа һәм герман сығанаҡтарынан барлыҡҡа килгән. Гидронимды йыш ҡына Италиялағы Рено йылғаһы исеме менән сағыштыралар<ref>''Johannes Hoops'', Reallexikon der germanischen Altertumskunde, Volume 24</ref>. Латин телендәге Rhēnus һәм боронғо грек телендәге Ρήνος (Rhēnos) кельт формаһынан алынған, сөки кельт теленә хас булған -ei- → -ē- үҙгәреше бар.
 
== Географияһы ==
[[Файл:Flusssystemkarte Rhein 04.jpg|300px|мини|Рейн йылғаһы бассейны|слева]]
Альп тауҙарында баш ала, Боден күле, Юра һәм Шварцвальд тауҙары аша аға, артабан Юғары Рейн уйһыулығында ағымын дауам итә. Урта ағымы Рейн Сланец тауҙарында, түбәнге ағымы [[Урта Европа тигеҙлеге]]нең Түбәнге Рейн уйһыулығында аға. Түбәнге ағымында йылға дамбалар менән буйылған. Ҡатмарлы дельта барлыҡҡа килтереп [[Төньяҡ диңгеҙ]]гә ҡоя.
== Дөйөм характеристика ==
Ҡушылдыҡтары: [[Неккар]], [[Майн]], [[Вуппер]], [[Иттер (Рейн ҡушылдығы)|Иттер]], [[Дюссель]], [[Рур (приток Рейна)|Рур]], [[Илль (Рейн ҡушылдығы)|Илль]] (уң яҡтан); [[Аре]], [[Мозель]] (һул яҡтан). Дельтаның һул яғына Маас йылғаһы ҡушыла. Юғары өлөшөндө — яҙын-йәйен ташҡындар була, урта һәм түбәнге өлөшө йыл әйләнеһенә тулы һыулы. Уртаса һыу сығымы 2500 м³/с, йыллыҡ ағымы яҡынса 80 км³.
Рейндың юғары ағымында , Швейцарияның Шфхаузен кантонында, Нойхаузен ҡалаһы янында, Рейн шарлауында урынлашҡан. [[Исландия]]лағы Деттифосс һыу алыу менән бер рәттән, Рейн шарлауығы [[Европа]]ла иң ҙур һыу ятҡылығы булып тора. Рейн шарлауығының бейеклеге - 23 метр, киңлеге - 159 м<ref>{{cite web
|author =
|date =
|url = https://rheinfall.ch/
|title = Rheinfall
|format =
|website =
|publisher =
|accessdate = 2010-03-02
|lang = de
|description = Официальный сайт Рейнского водопада
|archiveurl = https://www.webcitation.org/6194VJTcy?url=https://rheinfall.ch/#
|archivedate = 2011-08-23
|deadlink = no
}}</ref>.
Базель ҡалаһынан Боден күленә тиклем 953 км йылға суднолар йөрөгә яраҡлы. Рейн — көнбайыш Европаның туңмай торған мөһим транспорт магистрале. Рейн йылғаһы бассейнының дөйөм скднолар йөршлө оҙонлоғо 3450 км.
 
Рейн [[канал]]дар менән [[Рона]], [[Марна (йылға)|Марна]], [[Везер]], [[Эльба (йылға)|Эльба]] йылғаларына тоташҡан.
 
Рейн буйындағы ҡалалар: [[Арнем]] ([[Нидерланды]]), [[Дюссельдорф]], [[Кёльн]], [[Бонн]], [[Висбаден]], [[Майнц]], [[Мангейм]], [[Вормс]], [[Карлсруэ]], [[Кобленц]], [[Леверкузен]], [[Нойс]], [[Крефельд]], [[Дуйсбург]], [[Людвигсхафен-ам-Райн|Людвигсхафен-на-Рейне]] ([[Германия]]), [[Страсбург]] ([[Франция]]), [[Базель]] ([[Швейцария]]), [[Вадуц]] ([[Лихтенштейн]]).
 
Рейн йылғыһында утрауҙар: [[Альтена (утрау)|Альтена]].
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рейн» битенән алынған