Риханиә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Рейхания" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

07:20, 21 апрель 2021 өлгөһө

Риханиә (йәһ. רִיחָנִיָּה‎, адыг. Рихьаные, ғәр. الريحانية‎) — Израилдең Төньяҡ округында урынлашҡан черкес ауылы. Мером-һа-Гәлил төбәк шураһына ҡарай.

Географик урынлашыуы

 
Риханиә ауылының дөйөм күренеше.

Риханиә урындағы шураһы Төньяҡ округынын төньяғындараҡ, Цфат ҡалаһынан 12 саҡрым алыҫлығында, Ливан сигенән иһә 11 саҡрым алыҫлығында урынлашҡан.

Ошо тораҡ пункттар менән сиктәш: көнсығыштан Мошав Альма, көньяҡ-көнбайыштан Керен-Бен-Зимра, көнбайыштан Баръам, көньяҡ-көнбайыштан Йырон, көньяҡ-көнсығыштан Дишон һәм Рамот-Нафтали.

Риханиә урындағы шураһы таулы зонала (тау һыртының иң алдында) урынлашҡан. Тораҡ пункттағы диңгеҙ кимәленән уртаҡ бейеклек 705 метр тәшкил итә. Төньяғында Нахал-Дишон тәбиғәт резерваты урынлашҡан

Тарихы

 
Тораҡ пунктына ингән урында алтаҡта

Риханиә 1878[1] йәки 1880 йылда[2] барлыҡҡа килгән.

Риханиә — Израилдәге ике черкес ауылының береһе. Икенсеһе — Кфар-Кама, 1950 йылда урындағы шура итеп танылды.

Халыҡ

Израилдең Үҙәк статистика бюроһы мәғлүмәтенә ярашлы, 2020 йыл башында халыҡ һаны 1 195 кеше тәшкил итте.

 
Риханиә ауылы мәсете

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Абадзехтар
  • Израиль черкестары

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр