Ямалетдинова Фирүзә Ислам ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Ямалетдинова Фирүзә Ислам ('''Исламетдин''') ҡыҙы''' '''('''Фәтхетдинова) ([[28 март]] [[1960 йыл]], [[Совет Социалистик Республикалар Союзы|СССР]], [[Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы|РСФСР]], ТАССР, Сүпрәле районы, Иҫке Кәкерле)  — [[Татарҙар|татар]] яҙыусыһы, шағирә, журналист, «Ҡазан утлары» журналы мөхәррире, Фәтих Хөсни һәм Һыҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премиялар, Сажидә Сөләймәнова премияһы лауреаты (2006), Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2020).
 
== Биографияһы ==
Фирүзә Исламетдин ҡыҙы Ямалетдинова — Фәтхетдинова [[1960 йыл]]дың [[28 март]]ында Иҫке Кәкерле ауылында тыуған. Ауыл мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡ район гәзитендә уның үҙе яҙған шиғырҙары баҫыла һәм ул гәзит уҡыусылар араһында өмөтле ҡәләм эйәһе булараҡ танылыу ала. Тыуған ауылы мәктәбендә урта белем алғас, ул [[Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты|Ҡазан дәүләт университетының]] журналистикаға факультетына уҡырға инә. Саллы ҡалаһына күсеп килә.
 
Яр Саллыла 21- се мәктәптә уҡытыусы булып эшләп ала, шунан үҙ һөнәре буйынса, журналист эшенә күсә: Саллылағы «Таң йолдызы» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын үтәй. Һуңыраҡ «Мәйдан» журналында [[әҙәбиәт]] һәм [[сәнғәт]] бүлеген етәкләй.
 
[[2007 йыл]]да ул [[Ҡазан]]ға күсеп килә. Башта «Ватаным Татарстан» гәзите редакцияһында, унан Татарстан китап нәшриәтендә эшләй. Һуңғы ваҡытта Фирүзә Ямалетдинова «Ҡазан утлары» журналы редакцияһында шиғриәт бүлеге мөхәррире булып эшләй<ref>[http://kazanutlary.ru/news/kotlyjbyz/firz-amaletdinovaga-60-yash Фирүзә Җамалетдиновага 60 яшь!] kazanutlary.ru, 28.03.1010</ref>.
 
Фирүзә Ямалетдинова әҙәбиәттең шиғыр һәм проза жанрҙарында берҙәй оҫталыҡ менән ижад итә. Уның әҫәрҙәре республиканың төрлө ваҡытлы матбуғат биттәрендә урын ала. [[2002 йыл]]да [[Яр Саллы]] типографияһында ике шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. “Яшен«Яшен күзләре”күзләре» исемле беренсе йыйынтығында уның 89 шиғыры урын алған. 58 шиғыр әҫәрҙәрен үҙенә һыйҙырған икенсе йыйынтығы “Уйлы«Уйлы җил”җил» тип атала. [[2004 йыл]]да Татарстан китап нәшриәтендә Фирүзәнең "«Толымло ай"» тигән өсөнсө йыйынтығы донъя күрә. Был китаптарҙа авторҙың тормошҡа һәм кешеләргә булған ихлас мәхәббәте, тыуған халҡына, тыуған еренә тәрән ихтирамы, кеше һәм халыҡ яҙмышы, мөхәббәт, көндәлек тормош-йәшәйеш тураһында фәлсәфәүи — лирик шиғырҙары тупланған.
 
Һуңғы йылдарҙа Фирүзә Ямалетдинова проза өлкәһендә үҙен һынай. [[2007 йыл]]да Татарстан китап нәшриәтендә уның ”Догалы«Догалы корт”корт» исемле повестар һәм хикәйәләр китабы<ref>[[Саҗидә Сөләйманова премиясе]] ([[2006]])</ref>. баҫылып сыға. Был әҫәрҙәрҙә автор замандаштарының йәмғиәттәге үҙгәрештәр осоронда кисергән уй-хистәре, әхлаҡи зыян-табыштары тасуирлана.
 
== Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре ==
 
* Фәтих Хөсни исемендәге әҙәби премия
* Һаҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премия<ref>[http://kazanutlary.ru/news/kotlyjbyz/bgen-firz-amaletdinovany-tugan-kne Бүген Фирүзә Җамалетдинованың туган көне.] kazanutlary.ru, 28.03.2019</ref>
* 2006 ― Сәжидә Сөләймәнова исемендәге премия ― «"''2007 йылда Татарстан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан«"Догалы корт» " исемле повестар һәм хикәйәләр китабы өсөн''»"<ref>[https://www.tatar-inform.ru/news/culture/03-10-2008/vrucheny-premii-imeni-sazhidy-suleymanovoy-4884684 Вручены премии имени Сажиды Сулеймановой.] [[Татар-информ]], 3.10.2008</ref>
* 2020 ― Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ― «''татар әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн''»<ref>Котлыйбыз!. [[Казан утлары]], 2020 ел, №  12, 191 нче бит</ref>
 
== Сығанаҡтар ==
 
* http://www.chuprale.ru/
 
== Һылтанмалар ==
 
* [http://kazanutlary.ru/news/kotlyjbyz/bgen-firz-amaletdinovany-tugan-kne Бүген Фирүзә Җамалетдинованың туган көне.] kazanutlary.ru, 28.03.2019
 
== Иҫкәрмәләр ==
 
[[Категория:Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:СССР шағирҙары]]