Виорика Васильевна Думбрэвяну: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Виорика Васильевна Думбрэвяну''' ({{Lang-mo|Viorica Dumbrăveanu}}; тыуған. 23 декабрь1976 йыл<ref>Viorica Dumbrăveanu (рум.). Guvernul Republicii Moldov</ref>, [[Кишинёв]], [[Молдавия Совет Социалистик Республикаһы|Молдавия ССР-ы]])  — молдаван ҡатын-ҡыҙ-сәйәсмәне. Хоҡуҡ магистры. 2019 йылдың 14 ногябренән 2020 йылдың 23 декабренә тиклем Ион Кику етәкселегендә Кику хөкүмәтенең [[Молдова Республикаһы]] һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры (2020 йылдың 23 декабренән 31 декабрендә тиклем вазифаһын башҡарыусы). 2019 йылдың 29 июленән 14 ноябренә тиклем социаль мәсьәләләр буйынса Молдова Республикаһы Президенты кәңәшсеһе<ref>Виорика Думбрэвяну официально назначена советником президента по социальным вопросам. Аргументы и Факты в Молдове (31 июля 2019).<small>Дата обращения: 31 марта 2020.</small></ref><ref>Парламент Молдавии утвердил программу и состав правительства Иона Кику. ТАСС(14 ноября 2019).<small>Дата обращения: 31 марта 2020.</small></ref><ref>Viorica Dumbrăveanu (рум.). Guvernul Republicii Moldova (2020).<small>Дата обращения: 31 марта 2020.</small></ref>.
 
== Биографияһы ==
Виорика Васильевна Думбрэвяну 1976 йылдың 23 декабрендә [[Кишинёв]]та тыуған<ref>Человек недели: Виорика Думбрэвяну — министр здравоохранения, труда и социальной защиты.tribuna.(1 марта 2020).<small>Дата обращения: 31 марта 2020.</small></ref>.
 
1994—1997 йылдарҙа республика информатика колледжының (''Colegiul Republican de Informatică'', әлеге ваҡытта  — ''Centrul de Excelență în Informatică și Tehnologii'', CEITI) юридик факультетында дөйөм хоҡуҡ һөнәре буйынса уҡый. 1997—2001 йылдарҙа Молдавия дәүләт университетында уҡый, юриспруденция буйынса лиценциат дәрәжәһенә лайыҡ була. 2003 йылда енәйәт хоҡуғы һәм криминология өлкәһендә махсуслашҡан хоҡуҡ магистры дәрәжәһен ала<ref>Человек недели: Виорика Думбрэвяну — министр здравоохранения, труда и социальной защиты. tribuna.md(1 марта 2020).<small>Дата обращения: 31 марта 2020.</small></ref><ref>Viorica Dumbrăveanu (рум.)(недоступная ссылка). Ministerul Sănătății, Muncii și Protecţiei Sociale (2020).<small>Дата обращения: 31 марта 2020.</small><small>Архивировано 27 марта 2020 года.</small></ref>.
 
2002—2003 йылдарҙа хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы социаль яҡлау идаралығының өлкән консультанты булып эшләй, 2003—2005 йылдарҙа  — хәүеф һәм тигеҙ мөмкинлектәр ситуацияһында балалар менән ғаилә проблемалары бүлеге башлығы, 2005—2007 йылдарҙа  — консультант. 2007—2008 йылдарҙа  — ғаилә һәм балаларҙы, ғаилә һәм баланы социаль яҡлау министрлығының бүлек начальнигы, 2008—2009 йылдарҙа  — министры Лариса Катринич урынбаҫары, 2009—2016 йылдарҙа  — ғаилә һәм бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса сәйәсәт бүлеге начальнигы, 2016-20172016—2017 йылдарҙа  — министр Руксанда Главан урынбаҫары. 2017 йылдарҙа Сәләмәтлек һаҡлау, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында социаль яклау мәсьәләләре буйынса дәүләт секретары итеп тәғәйенләнә.
 
2019 йылдың 23 июленән 14 ноябргә тиклем  — Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додондың социаль мәсьәләләр буйынса советнигы<ref name="aif">{{Cite web}}</ref>.
 
2019 йылдың 14 ноябренән 2020 йылдың 23 декабренә тиклем  — Молдова Республикаһы һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры<ref name="tass">{{Cite web}}</ref><ref name="tri">{{Cite web}}</ref><ref name="gov">{{Cite web}}</ref>. 2020 йылдың 23 декабрендә Ион Кику хөкүмәте отставкаға китергә ғариза бирә, 2020 йылдың 31 декабренә тиклем үҙ вазифаһын башҡара<ref>[https://www.kommersant.ru/doc/4638283 Президент Молдавии назначила и.  о. премьер-министра]</ref>.
 
[[Урыҫ теле|Рус]] һәм [[Инглиз теле]]ндә һөйләшә.