Балҡарова Фоусат Гүзәр ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Балкарова, Фоусат Гузеровна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

17:15, 20 апрель 2021 өлгөһө

Фоусат Гүзәр ҡыҙы Балҡарова (йәки Балҡар) (ҡаб.-черк. Балъкъэр Гъузер ипхъу Фоусэт, ;1932 — 2009) — ҡабарҙы халҡының мәшһүр шағирәһе.

Тормош юлы

Фоусат Балҡар 1932 йылдың 27 март (буранай) көнө, Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының Баҡсан районындағы Кишпек (Тыжей) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1960 йылда Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған.

Тәүге әҫәрҙәре 1947 йылда үк донъя күрә. 11 йылдан һуң «Нэхущ» (Таң) исемле шиғри мәжмүғәһе нәшер ителә, ундағы шиғырҙар тыуған яҡтың хозур тәбиғәтенә бағышланған. «Ҡояш тамсыһы» һәм «Кавказ ҡыҙы» циклдары иһә ҡабарҙы-черкес ҡыҙына бағышланған. Башҡа йыйынтыҡтарының исемдәре: «Уафэр хызодыкI» (Күкте тектерәм), «Дунеищӏэр зыщӏым хуэфащэщ» (Яңы тормош хужалары), «Къысхуэгуфӏэ» (Миңә ҡыуанһаң ине), «Уи хэку и мывэхэри дыщэщ» (Тыуған яҡтың ташы ла алтын) һ.б. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары хаҡындағы ике поэма донъя күрҙе: «Гугъэм и лъэрыгъ» (Хыял өҙәңгеһе) һәм «Блэ зэуар аркъэным щощтэ» (Йылан саҡҡаны арҡандан да ҡурҡа).

Һылтанмалар