Латыш уҡсылары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
Курляндия һәм Лифляндия губернаторҙары ҡаршылығына ҡарамаҫтан,{{Sfn|Andersons|1967|c=79}} Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа етәкселек итеүсе генерал Алексеев 1 августа (иҫ.ст.19 июлдә) 322-се (848-3287) латыш уҡсылар батальондарын ойоштороу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя.{{Sfn|Andersons|1967|c=81}} Бер үк ваҡытта Петроградта [[Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы|Рәсәй Дәүләт Думаһы]] депутаттары Я.Голдманис һәм Я. Залитистың үҙ ватандаштарына: «Латыштар байрағы аҫтына тупланығыҙ!» тигән мөрәжәғәте баҫылып сыға. Улар үҙ ирке менән булдырылған латыш батальондарында хеҙмәт итергә саҡыра. 8 уҡсы батальон төҙөргә ҡарар ителә, уларҙың һәр береһе нигеҙенә Усть-Двина ҡәлғәһе батальондарынан уҡсыларҙы ҡушырға планлаштырыла. 12 августа Ригала ирекмәндәр яҙыла башлай, беренсе көндә 71 кеше ғариза бирә.
 
12 сентябрҙә немецтар — Фридрихштадтты, ә 23 октябрҙә — Иллуксты баҫып ала. 3-сө Курзем һәм 2-се Рига латыш батальондары [[Көнбайыш Двина|Көнбайыш Двинаның]] һул ярында Икскюль янындағы участканы һаҡлап ҡала ала, һуңғараҡ уны ҙур юғалтыуҙар арҡаһында «Үлем утрауы» тип атағандар.
 
=== 1915 йылда ===