Сиған мосолмандар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
2 юл:
 
== Тарихы ==
Иң тәүге [[сиғандар|сиған]] ҡәүемдәре [[Европа]]ға XI һәм XV быуаттарҙа [[Кесе Азия]] ([[Кесе Азия|Анатолия]]) аша үтеп энә. Сиған телен анализлау Европала улар осратҡан тәүге халыҡтар — Византия империяһы гректары, атап әйткәндә, уларҙың Азия өлөшөндә йәшәүселәр булған, тигән һығымта яһарға мөмкин.
 
Был дәүер киҫемендә православ Византияның аҡрынлап ҡаҡшауы һәм тарҡала башлауы, [[ислам]] ҡабул иткән һәм артабан [[Осман империяһы]]н барлыҡҡа килтергән күсмә төрки ҡәбиләләр яйлап яулап ала барыуы осоро булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Сиғандар ғәҙәттә үҙҙәре һыйынған илдәге көслөрәк таралған дингә күскән, шуға ла [[Урта быуаттар]]ҙа балҡан сиғандарының байтаҡ өлөшө, формаль рәүештә йәки формаль булмаһа ла, ислам ҡабул иткән. Сиғандарҙың йәшәү рәүешенә төрөктәрҙең ситләтмәй ҡарауы уларҙың исламға әүҙем күсеүенә булышлыҡ иткән, сөнки тәүге төрки ҡәбиләләр ([[йөрөктәр]]) үҙҙәре оҡшаш күсмә йәшәү рәүеше алып барған. Был бигерәк тә ярымутрауҙың көньяҡ өлөшөндә йәшәгән ҡәбиләләргә ҡағыла. Бынан тыш [[Урта Азия]]ның [[лүли]] тип аталған сиғандары ла [[ислам]] динен тота.