Роза Попова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
Өлкән синыфта Руска «Зора» күсмә театр труппаһына инә. Театр сәнғәтенә актёр һәм режиссер Константин Сапуновта өйрәнә. [[1897 йыл]]да Велико-Тырново ҡалаһында сәхнәлә «Ихлас дуҫлыҡ» пьесаһында София ролендә беренсе тапҡыр сығыш яһай<ref>{{книга|заглавие=Енциклопедия на българския тетаър|год=2008|издательство=Издателска къща „Труд“|место=София|isbn=9545287713|страницы=371}}</ref>. Иренең театр труппаһы менән сәйәхәт итә. 1900 йылдан 1902 йылға тиклем «Күҙ йәше һәм көлөү» театры труппаһында уйнай, шулай уҡ М. Стойковичтың хорват театр труппаһы составында сығыш яһай.
 
Ғүмере буйы драматик ролдәрҙе башҡара, күп кенә йәмәғәт сараларында ҡатнаша, Болгарияла милли театр сәнғәтен үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ итә, уның исеме мотлаҡ София, Пловдив, Русе ҡалаларының мәҙәни тормошо менән бәйле. Париж журналы «Минерва» уны «болгар [[Сара Бернар]]ы» тип атай («Македония» гәзитенең 26.XI.1933й. мәҡәләһе). Уның уҡытыусыһы, [[Бухарест]] консерваторияһын тамамлаусы һәм [[Болгария]]ның беренсе профессиональ актерҙарҙың береһе Константин Сапунов<ref>{{статья |автор= Терзиева М. Т|заглавие= Педагогическая и театральная деятельность Добри Войникова в Румынии|ссылка= https://cyberleninka.ru/article/n/pedagogicheskaya-i-teatralnaya-deyatelnost-dobri-voynikova-v-rumynii/viewer|язык= ru|издание= Перспективы науки и образования|тип= Журнал|год= 2019|месяц= |число= |том= |номер= (40)|страницы= 405-414|doi= 10.32744/pse.2019.4.31|issn=}}</ref> Роза Попованың «һирәк фажиғәле талантын» билдәләй<ref name="Попова">{{cite web |author= |url= https://trud.bg/маниак-прострелва-роза-попова/|title= Маниак прострелва Роза Попова|lang= bg|website= Труд медия|publisher= |date= |accessdate= 2020-06-06}}</ref>.
 
Болгар театры тураһында мәҡәләһендә Гео Милев Роза Попованы һәм Адриана Будевскаяны Болгарияның берҙән-бер ысын драматик актрисалары кеүек билдәләй. [[Балҡан һуғыштары]] йылдарында роза сәхнгәне ҡалдыра һәм хәрби госпиталдә ҡорһаҡ тифы менән яфаланғандарҙы тәрбиәләй. Ҡайтыу менән уны үҙ театрын булдырыу идеяһы солғай. Ире менән ул буласаҡ театр проектына ижади база һәм финанс булдырыу өсөн Деде Агачҡа юллана. 1915 йылда Деде Агачта уларҙың йорто бомбаға эләгә һәм емерелә, уның менән буласаҡ театр өсөн пьеса оригиналдары, тәржемәләр, гардероб, китапхана юҡҡа сыға<ref name="Борджидарова "/>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Роза_Попова» битенән алынған