Роза Попова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
17 юл:
1910—1911 йылдарҙа ул Русе ҡалаһында театрҙа беренсе режиссер-ҡуйыусы була<ref>{{Cite web|url=http://www.rusetheatre.com/история_137_146|title=История на русенския драматичен театър (болг.). Драматичен театър „Сава Огнянов“, Русе.|author=|date=|publisher=www.rusetheatre.com|accessdate=2020-03-24}}</ref>. 1918 йылда Роза Попова София ҡалаһында үҙ театрына нигеҙ һала<ref>{{{БСЭ3|статья=ПОПОВА РОЗА МИХАЙЛОВА}}</ref>.
 
Күпмелер ваҡыт Ирекле театрҙа эшләй. Ул боронғо грек трагедияларынан алып хәҙерге дрмаға тиклем донъя әҙәбиәте әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған театр программаһын эшләй, әммә идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар таба алмай. Драматург һәм тәнҡитсе Святослав-Камбуров-Фурене менән берлектә беренсе болгар театр студияһына нигеҙ һала, унда театр педагогикаһы менән шөғөлләнә. Камбуров уның өсөн Дилантур псевдонимы аҫтында нәшер ителгән «Завет» пьесаһын ҡуя. Тиҙҙән студия ябыла, ауыр тормош башлана, Розаның һаулығы насарая, ул өйҙә ултыра. Иң ауыр йылдар 1923 йылдан 1925 йылға тиклем һуҙыла. Апаһының ире төрмәлә үлтерелә, актриса берҙән-бер ҡорамынан — сәхнәнән айырыла<ref name="Борджидарова "/>. 1923 йылда Болгар театр студияһына нигеҙ һала.
 
1926 йылдың 15 майында Милли театр ике бөйөк актрисаның — Роза Попованың һәм Маня Икономованың театр һәм ижади тормошоноң 25 йыл тулыуы айҡанлы тантаналы байрам ойоштора. Уларҙың эшенә арналған материалдар йыйынтығы баҫылып сыға. Актриса байрамда ҡатнашмаҫ өсөн баш ҡаланан китә. Ул с әхнәнән китеүе һәм мемуарҙар яҙа башлауы тураһында белдерә. Роза Попова бик һирәк булһа ла уйнауын дауам итә. 52 йәшендә, 1930 йылда Зудермандың пьесаһы буйынса Стоян Поповтың юбилейына арналған спектаклдә Магда ролендә сығыш яһай. Уның был ролдә һуңғы тапҡыр күренеүе өс йылдан һуң Зудерман үлеменең бишенсе йыллығын рәсми байрам итеүҙә була. Барлыҡ тиерлек София гәзиттәре был тамашаны яҡтырта. Роза Попованың сығышы баш ҡала аудиторияһында һоҡланыу тыуҙыра. «Бәрхәт тауышы яңғырай, әрнетә һәм тулҡынландыра. Ул туранан-тура күңелдәргә үтеп инә, һәм был тауыш күңелдең бер ҡылын да битараф ҡалдырмай», — тип яҙа 1933 йылда болгар шағиры Владимир Русалиев «Болгар милли театр» мәҡәләһендә.
23 юл:
1926 йылда Теодор Траянов үҙенең «Песня странника» поэмаһын Роза Поповаға арнай<ref>{{Cite web|url=http://chitanka.info/text/6962-skitnishki-napev|title=„Скитнишки напев“|first=Теодор|last=Траянов|publisher=Моята библиотека|lang=bg|accessdate=2015-01-21}}</ref>.
 
Уның профессиональ эшмәкәрлеге тураһында һуңғы мәғлүмәт 1937 йылға ҡарай, ул саҡта Роза Попованы Шуменда өлкә оперетта һәм драма театрын етәкләргә саҡыралар, унда ул театр директоры була<ref name="Попова">{{Cite web|author=|url=https://trud.bg/маниак-прострелва-роза-попова/|title=Маниак прострелва Роза Попова|publisher=|date=|accessdate=2020-06-06}}</ref>. Шумен халҡы хәтирәләре буйынса, Роза һәм Стоян Поповтар гастролдәр ваҡытында ғына түгел, шулай уҡ дәүләт хеҙмәте йылдарында ла аҙыҡ-түлек һатып алыу сөнө китапханаларынан китап һаталар. Ике миҙгел дауамында Роза Попова труппаның яңы театр репертуарын ойоштора, һуңғараҡ унан бөйөк болгар театры актёрҙары сыға. Шумен театры йылъяҙмаһында был осорҙо, башлыса, «Иванку — убийца Асении» спектакле менән бәйләйҙәр. Төп ролде Димитр Стратег (Исак), Роза Попова (Мария) һәм Владимир Шейтан (Иванку) башҡара<ref name="Борджидарова "/>. Ире үлгәндән һуң Роза Попова театрҙан бөтөнләй китә. Ҡабаттан Святослав Камбуровҡа кейәүгә сыға, әммә уның һаулығы ныҡ ҡаҡшай, һәм ул ауылға китә, унда апаһы менән йәшәй. Улар етешһеҙ, хатта ярлы тиерлек йәшәй, актриса 1949 йылдың 11 апрелендә Мездрала бәләкәй генә йортта вафат була. Ул XIX быуат аҙағы һәм XX быуат башының Европа театры тормошона инеп китә алған үҙ ваҡытының рәссамы булараҡ хәтерҙә ҡала. Михаил Арнаудов актриса тураһында былай тип яҙа:
{{Цитата башы}}«Болгар театрын булдырған Болгария халҡының ижади көстәре бай ине, әммә улар араһында бик һирәк булган Роза Попова ла бар ине. ... уның таланты сит илдә болгар сәхнәһен биҙәгән һәм болгар исемен данлаған …»{{Цитата аҙағы}}II дәрәжә ҡатын-ҡыҙ тәреһе һәм гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн Халыҡ ордены менән бүләкләнә<ref name="Борджидарова "/>.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Роза_Попова» битенән алынған