Роза Попова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
17 юл:
1910—1911 йылдарҙа ул Русе ҡалаһында театрҙа беренсе режиссер-ҡуйыусы була<ref>{{Cite web|url=http://www.rusetheatre.com/история_137_146|title=История на русенския драматичен театър (болг.). Драматичен театър „Сава Огнянов“, Русе.|author=|date=|publisher=www.rusetheatre.com|accessdate=2020-03-24}}</ref>. 1918 йылда Роза Попова София ҡалаһында үҙ театрына нигеҙ һала<ref>{{{БСЭ3|статья=ПОПОВА РОЗА МИХАЙЛОВА}}</ref>.
 
Күпмелер ваҡыт Ирекле театрҙа эшләй. Ул боронғо грек трагедияларынан алып хәҙерге дрмаға тиклем донъя әҙәбиәте әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған театр программаһын эшләй, әммә идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар таба алмай. Драматург һәм тәнҡитсе Святослав-Камбуров-Фурене менән берлектә беренсе болгар театр студияһына нигеҙ һала, унда театр педагогикаһы менән шөғөлләнә. Камбуров уның өсөн Дилантур псевдонимы аҫтында нәшер ителгән «Завет» пьесаһын ҡуя. Тиҙҙән студия ябыла, ауыр тормош башлана, Розаның һаулығы насарая, ул өйҙә ултыра. Иң ауыр йылдар 1923 йылдан 1925 йылға тиклем һуҙыла. Апаһының ире төрмәлә үлтерелә, актриса берҙән-бер ҡорамынан — сәхнәнән айырыла<ref name="Борджидарова">{{Cite web|author=Ина Божидарова|url=http://homoludens.bg/articles/roza-popova-1878-1949/#_ftn2|title=Роза Попова (1878-1949)|lang=bg|publisher=|date=|accessdate=2020-06-06}}</ref>. 1923 йылда Болгар театр студияһына нигеҙ һала.
 
1926 йылдың 15 майында Милли театр ике бөйөк актрисаның — Роза Попованың һәм Маня Икономованың театр һәм ижади тормошоноң 25 йыл тулыуы айҡанлы тантаналы байрам ойоштора. Уларҙың эшенә арналған материалдар йыйынтығы баҫылып сыға. Актриса байрамда ҡатнашмаҫ өсөн баш ҡаланан китә. Ул с әхнәнән китеүе һәм мемуарҙар яҙа башлауы тураһында белдерә. Роза Попова бик һирәк булһа ла уйнауын дауам итә. 52 йәшендә, 1930 йылда Зудермандың пьесаһы буйынса Стоян Поповтың юбилейына арналған спектаклдә Магда ролендә сығыш яһай. Уның был ролдә һуңғы тапҡыр күренеүе өс йылдан һуң Зудерман үлеменең бишенсе йыллығын рәсми байрам итеүҙә була. Барлыҡ тиерлек София гәзиттәре был тамашаны яҡтырта. Роза Попованың сығышы баш ҡала аудиторияһында һоҡланыу тыуҙыра. «Бәрхәт тауышы яңғырай, әрнетә һәм тулҡынландыра. Ул туранан-тура күңелдәргә үтеп инә, һәм был тауыш күңелдең бер ҡылын да битараф ҡалдырмай», — тип яҙа 1933 йылда болгар шағиры Владимир Русалиев «Болгар милли театр» мәҡәләһендә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Роза_Попова» битенән алынған