Назаров Павел Степанович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Назаров, Павел Степанович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

11:03, 12 апрель 2021 өлгөһө

Назаров Павел Степанович (1890, Ырымбур1942, Йоханнесбург, Трансвааль[d]) — Рәсәй геологы һәм яҙыусыһы, Граждандар һуғышында аҡтар яғында ҡатнашыусы һәм Урта Азияла большевиктар хакимлығын ҡолатыу маҡсатын ҡуйған Төркөстан хәрби ойошмаһы хәрәкәте лидерҙарының береһе.

Биографияһы

Назаров Павел Степанович Ырымбурҙа яҡынса 1863 йылда, ҡала башлығы һәм тау заводсыһы ғаиләһендә тыуа. 1892 йылда ата-әсәһе менән бергә Ташкентта йәшәй. Мәскәү университетында геологҡа уҡый, Ташкентҡа ҡайта һәм 1918 йылда Төркөстан хәрби ойошмаһының ағзаһы булараҡ большевиктарға ҡаршы йәшерен хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша, һәм — фараздар буйынса — уның етәкселәренең береһе була. 1918 йылдың октябрендә ҡулға алына. 1919 йылдың ғинуарында Ташкентта большевиктарға ҡаршы ихтилал ваҡытында төрмәнән баш күтәреүселәр ярҙамында азат ителә. Ихтилал еңелгәндән һуң, 1920 йыл башында Ташкенттан ҡаса һәм тауҙар аша Ҡытайҙың Кашгар провинцияһына килә. Үҙенең ҡасыуын инглиз телдәренә тәржемә ителгән һәм 1932 йылда баҫыла Hunted through Central Asia китабында һүрәтләй.

Кашгарҙа П. С. Назаров Ҡытай һәм Британия властары менән хеҙмәттәшлек итә, әммә 1924 йылдың авгусында, Ҡытай хөкүмәте совет Рәсәйен танығандан һуң, Гималай аша Кашмирға һәм артабан Британия Һиндостанына сыға. Назаров был сәйәхәтен инглиз телдәренә тәржемә ителгән һәм 1935 йылда сыҡҡан Moved On! From Kashgar To Kashmir китабында яҙа. Һуңыраҡ, геолог булараҡ эш эҙләп Лондонға күсенә. Аҙаҡ Экваториаль Африкала (Ангола) эшләй, һуңынан Көньяҡ Африкала төпләнә, 1942 йылда Йоханнесбургта вафат була.

П. С. Назаров Надежда Алексеевна Горбуноваға өйләнә (1882 йылдар тирәһе - 1957, Ташкент); ҡатыны Ташкент зыяратында ерләгән. Уның ағаһы, Михаил Алексеевич Горбунов Төркөстан хөкүмәтендә һәм совет власы йылдарында Урта Азияла мөһим вазифалар биләй.

Әҫәрҙәре

  • Hunted through Central Asia, Paul Nazaroff, 1932.
  • Moved On!, Paul Nazaroff, 1935.
  • Kapchigai defile: the journal of Paul Nazaroff, Paul Nazaroff, 1980.
  • Kuh-i-Sim: The Treasure of Turkestan. Blackwood’s magazine. August 1929, p. 184—196.
  • What are the Zimbabwe Ruins? The solution of their secret.", Extract from: Blackwood’s magazine, June 1931, p. 765—792.
  • Древний серебряный рудникъ «Кухъ-и-Симъ» // Туркестанские ведомости. — Ташкент, 1914. — № 12.

Урыҫ телле баҫмалары

2015 йылда «Раритет» нәшриәтендә (Бишкәк, Ҡырғыҙстан) урыҫ телендә 1932 йылда сыҡҡан Hunted through Central Asia китабының тәржемәһе булған «Бегство из Центральной Азии» әҫәре донъя күрә. 2019 йылда уның аныҡлаштырылған версияһы «Погоня по Средней Азии» тип аталған китап булып сыға[1].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар