Кипр Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
44 юл:
Кипрҙың тарихҡаса дәүере, аҙаҡҡы мәғлүмәттәргә ярашлы, б.э.т. Х меңъйыллыҡта утрауҙа тәүге кеше эҙҙәре барлыҡҡа килгән мәлдән башлана һәм б.э.т. II-се һәм l-се меңъйыллыҡтар сигендә, тарихи осорҙа Кипр батшалыҡтарын барлыҡҡа килтергән социаль-сәйәси процестар башланыуы менән тамамлана.
 
[[Палеолит]] дәүерендәге кеше ҡалдыҡтары табылған Грециянан айырмалы рәүештә, Кипр тарихы [[неолит]] дәүеренән башлана. Б.э.т яҡынса XI быуатҡа Кипр Эллинистик цивилизацияһының айырылғыһыҙ өлөшө була. [[Троян һуғышы]]нанһуғышынан ҡайтышлай [[ахейҙар]] утрауҙа туҡтайҙар һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә [[автохтондар]]ҙың («этеокиприоттар») ассимиляцияһын башлайҙар. Шул ваҡыттар утрауҙа гректар йәшәй.
 
Кипрҙың Урта диңгеҙҙәге уңайлы стратегик урыны төрлө империялар периферияһында ҡалып, уның бөтә тарихы дауамында ҡулдан-ҡулға күп тапҡыр күсеүгә булышлыҡ итә. Б.э.т. 331 йылда Кипр хакимдары Александр Македонскийҙың власын таныйҙар. Б.э.т. III быуатта Кипр [[Птолемейҙар]] державаһы составына инә, унда ул, айырым батшалыҡ булып, ваҡыты-ваҡыты менән ярайһы уҡ автономия менән ҡуллана. Александр Македонский тарафынан яулап алына. Б.э.т. 58 йылда Кипр Рим провинцияһына әүерелә, б.э.т. 48 йылда [[Гай Юлий Цезарь|Цезарь]] уны Птолемейҙарға ҡайтара. [[Марк Антоний|Антоний]]ҙы (б.э.т. 31 йыл) [[Октавиан Август]]тың еңгәндән һуң Кипр Рим империяһы составына инә, уның [[395 йыл]] дайылда Көнсығыш һәм Көнбайыш Византияға бүленеүенән һуң — [[Византия|Көнсығыш Византия]] составына инә. 965 йылда ''Кипр фемаһы'' төҙөлә.
 
1191 йылда инглиз короле Ричард Львиное Сердце Изге Ергә барышлай Кипрҙы яулап ала; әммә Кипр уға кәрәкмәгәнлектән, ул уны тиҙҙән Лузиньяндарға һата, улар король династияһына нигеҙ һалалар һәм Кипрҙа 300 йыл дауамында хакимлыҡ итәләр. Шулай итеп? Кипр Кипр короллегенә әүерелә.