Кипр Республикаһы — версиялар араһындағы айырма

Нет описания правки
 
1570—1571 йылдарҙа Кипрҙы [[төрөктәр]] яулап алалар һәм 300 йыл унда хакимлыҡ итәләр. 1878 йылда Кипр [[Британия]] буйһоноуына эләгә, башта Ғосман империяһының номиналь суверенитеты осоронда ''де-факто'', ә [[Беренсе донъя һуғышы]]нан һуң шулай уҡ юридик яҡтан да.
 
Күп йыллыҡ милли-азатлыҡ көрәш һөҙөмтәһендә, 1960 йылда колониаль империялар тарҡалғандан һуң, утрау бойонһороҡһоҙлоҡ ала һәм бик тиҙҙән грек һәм төрөк общиналары араһындағы ызғыш аренаһына әүерелә. Инглиздар аҙаҡҡы ваҡытҡа тиклем утрауҙа үҙәренең Акротири һәм Декелия хәрби базаларын тоталар. Кипрҙың беренсе президенты итеп Кипр архиепископы һайлана.
 
Киприот-гректар һәм киприот-[[төрөктәр]] араһында (башҡа төрлө әйткәндә, христиандар һәм мосолмандар араһында) бәрелештәр шундай ҡырҡа төҫ ала, хатта 1964 йылда Никосияға БМО миротворческий көстәрен индерергә мәжбүр була. 1974 году йылда бәрелештәр асыҡ һуғышҡa әүереләләр, хәлде Греция һәм Төркиә илдәренең ҡыҫылыуы ҡатмарлаштыра. Энозис яҡлылар (утрауҙы Грецияға биреү яҡлылар) «ҡара полковниктар» ярҙамында хәрби түңкәрелеш башҡаралар, уларға яуап итеп Төркиә, төрөктәрҙе яҡлау һылтауы менән, шундуҡ утрауға үҙенең ғәскәрҙәрен төшөрә. Утрауҙа яҡынса 30 % оккупациялау күҙаллана, сөнки тап шунынса төрөк утрауҙа йәшәй (төрөк мәғлүмәттәренән, гректар ике тапҡырға кәмерәк һанды күрһәтәләр). Ысынында территорияның күберәк өлөшө оккупациялана; төрөк армияһы инглиз базаларына тиклем барып етә һәм шунда туҡтай. Утрау грек һәм төрөк өлөштәренә бүленә.
 
1974 йылғы һуғыш геройҙарына һәйкәлдәр утрауҙың төньяҡ өлөшөндә лә, көньяҡ өлөшөндә лә бик күп һанда ҡуйылған. Оккупацияланған территорияла 1978 йылда Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы иғлан ителә, уны тик [[Төркиә]] таный.
2004 йылда Кипр Республикаһы [[Европа берлеге]]нә инә, ә 2008 йылда — еврозонаға.
 
=== Административ-территориаль бүленеше ===
20 610

үҙгәртеү