Аҡсурин Йософ Хәсән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Акчурин, Юсуф Хасанович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

06:26, 6 апрель 2021 өлгөһө

Аҡсурин Йософ Хәсән улы (Йософ Акчура, татар. Yosıf Aqçura, Yosıf Xəsən uğlı Aqçurin; Йосыф Акчура, Йосыф Хәсән улы Акчурин) (29.11.1876, Симбирск1935, Стамбул) — татар нәшерсеһе, яҙыусы, журналист, тарихсы, төрөк милләтселек идеологтарының береһе.

Биографияһы

Иртә йылдары

1876 йылдың 29 ноябрендә Симбирсктабай татар ғаиләһендә тыуған. Татар сауҙагәрҙәре Аҡсуриндар нәҫеленән. Атаһы вафат булғандан һуң әсәһе Йософто Т өркиәгә алып китә (табиптар климат алмаштырырға кәңәш итәләр). Мәктәпте Истанбулда тамамлай.1895 йылда Harbiye mektebi хәрби училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, ул генераль штаб офицерҙары әҙерләү курсына уҡырға инә. Әммә курсты тамамлай алмай, сөнки солтан Абдулхәмид II-гә ҡаршы заговор өсөн үлем язаһына хөкөм ителә, яза Триполитанияның кеше йәшәмәгән райондарына ғүмерлек һөргөн менән алмаштырыла. Һөргөндә уҡытыусы һәм писарь булып эшләй.

1899 йылда һөргөндән Тунисҡа ҡаса, ә унан Парижға күсә. Шунда тәүге тапҡыр төрөк милләтселеге яҡлаусыһы булараҡ сығыш яһай.

Сәйәси эшмәкәрлеге

1903 йылда Рәсәйгә ҡайта, Ҡазанда йәшәй. Ҡаҙан мәҙрәсәһе «Мөхәммәҙиәлә» тарих уҡыта, «Казан мухбире» («Ҡазан хәбәрсеһе») гәзитендә мөхәррир булып эшләй, «Иттифаҡ әл-Муслимин» либераль-демократик партияһын ойоштороусыларҙың береһе һәм етәксеһе була булып . 1904 йылда төрөк телендә үҙенең иң билдәле «Сәйәсәттең өс төрө» (тур. Siyaset Üç Tarzı) хеҙмәтен яҙа, ул «Төрөк» исемле Мысыр журналында баҫылып сыға. Ул был хеҙмәтендә төрөктәрҙе мультиэтник Ғосман империяһын ҡалдырырға һәм төрөк милләтселегенә һәм пантюркизмға мөрәжәғәт итергә саҡыра. Башта уның идеялары экстремистик тип һанала, ләкин әкренләп һаман ҙурыраҡ популярлыҡ яулай. Ҡазан конституцион демократтар партияһы комитеты составына инә. 1906 йылда был партияның 2-се съезы эшендә ҡатнаша, уның Үҙәк Комитетына һайлана. «Иттифаҡ әл-муслимин» партияһы менән Дәүләт думаһындағы кадеттарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе яҡлы.

1908 йылда Йәш төрөктәр инҡилабынан һуң Төркиәгә кире ҡайта. Türk yurdu (Төрөк йорто) журналын баҫтыра, Истанбул университетында сәйәси тарихты уҡыта. Аҡсуриндың мәҡәләләре Рәсәйҙә, татар баҫмалары — «Шура» («Кәңәш») журналында һәм «Ваҡыт» гәзитендә баҫылып сыға.

Беренсе донъя һуғышы йылдарында Үҙәк державалар менән хеҙмәттәшлек итә, 1915 йылдың ноябрендә Австрия хөкүмәте тарафынан ҡабул ителә[1].

1920-се йылдарҙа Төркиә республикаһы үҫешенә ярҙам итә: мәжлес депутаты итеп һайлана, сәйәсәт һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынсаМостафа Кәмалдың кәңәшсеһе булып тора, уның донъяуи Төркиә төҙөү сәйәсәте яҡлы була. Истанбул университеты профессоры.

1931 йылда Аҡсурин етәкселегендә Төркиә тарихи йәмғиәте ойошторола, 1932 йылда ул Беренсе Төрөк тарихи конгресы эше менән етәкселек итә.

Йософ Аҡсура Эдирнекапы зыяратында (Истанбул, Төркиә) ерләнгән.

Иҫкәрмәләр

  1. ГАРФ. Ф. Р5325, Оп. 4с, Д. 482, л. 3 об.

Һылтанмалар