Мариэтта Яннаку: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Яннаку, Мариэтта" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

18:42, 5 апрель 2021 өлгөһө

Мариори (Мариэтта) Яннаку (грек. Μαριορή (Μαριέττα) Γιαννάκου, 6 июнь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}), Еракион[d], Пелопоннес[d][1]27 февраль 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2] (70 йәш), Афина[3]) — грек сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Яңы демократия партияһы ағзаһы. 2019 йылдан Греция парламентының ғәмәлдәге депутаты. Элек — Европа парламенты депутаты һәм Европа халыҡ партияһы фракцияһы ағзаһы (1984—1990, 1999—2000, 2009—2014), мәғариф һәм дин эштәре буйынса министр (2004—2007), һаулыҡ һаҡлау министры (1990—1991)[4].

Биографияһы

Мариэтта Яннаку 1951 йылдың 5 июнендә Лаконияла Еракион ауылында тыуған. Панайотис Яннакистың (Παναγιώτης Γιαννάκης) ҡыҙы[5].

Афина университетының медицина мәктәбен тамамлай[5].

1974 йылдың октябрь айында Яңы демократияның йәштәр ойошмаһын нигеҙләүселәрҙең береһе була (ΟΝΝΕΔ), башҡарма комитет ағзаһы булып тора. 1979 йылда Яңы демократия партияһына инә, 1997 йылда — үҙәк комитеты ағзаһы, 1998 йылда — башҡарма комитеты ағзаһы. 2004 йылдың 29 июлендә партияның VI съезында партия политсоветы ағзаһы итеп һайлана. 2007 йылдың июлендә VII съезда политсовет ағзаһы итеп яңынан һайлана. 1981—1984 йылдарҙа — партия президенты кәңәшсеһе[5].

Дүрт тапҡыр Европа парламентына һайлана. Беренсе тапҡыр 1984 йылғы һайлау һөҙөмтәләре буйынса һайлана. Европа халыҡ партияһы фракцияһы ағзаһы була. Киләһе һайлауҙарҙа яңынан һайлана, Европа парламентында Яңы демократия төркөмөн етәкләй[5].

Греция парламентына биш тапҡыр һайлана. 1993 йылда һайлау йомғаҡтары буйынса Греция парламентына тәүге тапҡыр депутат итеп һайланған. Киләһе һайлау йомғаҡтары буйынса яңынан һайланған[6]

1999 йылда Европа парламентына һайлауҙар йомғаҡтары буйынса йәнә депутат итеп һайлана, Европа парламентында Яңы демократия төркөмөн етәкләй[5]. 2000 йылдың 4 сентябрендә уны Ставрос Ксархакос алмаштыра.

2000 йылда парламент һайлауҙары йомғаҡтары буйынса йәнә депутат итеп һайлана. Киләһе һайлау йомғаҡтары буйынса яңынан һайлана.

1990 йылдың 11 апрелендә Мицотакис Константинос хөкүмәтендә һаулыҡ һаҡлау министры портфелен ала, 1991 йылдың 7 авгусына тиклем вазифаны биләй[5]. 2004 йылдың 10 мартында  Костас Караманлистың беренсе кабинетында мәғариф һәм дин эштәре буйынса беренсе министр портфелен ала. 2006 йылда уның инициативаһы буйынса Греция парламенты Афина мәсетен төҙөү тураһында законды хуплай[7]. 2006 йылда мәғариф реформаһы тураһында иғлан итә, был уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың протесын тыуҙыра. 2007 йылдың 16 сентябрендә отставкаға китә.

2009 йылда Европа парламентына һайлауҙар йомғаҡтары буйынса йәнә депутат итеп һайлана, Европа парламентында Яңы демократия төркөмөн етәкләй[5].

2019 йылда парламент һайлауҙары Һөҙөмтәһе буйынса йәнә депутат итеп һайлана[5]. НАТО Парламенты ассамблеяһында Греция парламенты делегацияһы башлығы булып тора[8].

Француз, инглиз, испан һәм немец телдәрендә һөйләшә.

Шәхси тормошо

1983 йылда Панайотис Куцикосҡа (Παναγιώτης Κούτσικος) кейәүгә сыға, 1997 йылда айырылыша. Ҡыҙы — Зои-Электра Куцику (Ζωή-Ηλέκτρα Κουτσίκου, 1991 йылдың 19 декабрендә тыуған).

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.hellenicparliament.gr/Vouleftes/Viografika-Stoicheia/?MPId=ecadf126-569c-4776-a29c-a0c3674656c0
  2. https://www.kathimerini.gr/society/561740494/pethane-i-marietta-giannakoy/
  3. https://www.tovima.gr/2022/02/27/politics/pethane-i-marietta-giannakou/
  4. Μαριορή (Μαριέττα) Παναγιώτη Γιαννάκου (греч.). Βουλή των Ελλήνων. Дата обращения: 20 марта 2021.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 Μαριορή (Μαριέττα) Παναγιώτη Γιαννάκου (грек). Βουλή των Ελλήνων. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «bio» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  6. Μαριορή (Μαριέττα) Παναγιώτη Γιαννάκου (греч.). Βουλή των Ελλήνων. Дата обращения: 20 марта 2021.
  7. Σκορδάς, Αγγελος. Θύμα της πανδημίας και το ισλαμικό τέμενος Αθηνών. Τα Νέα (15 июнь 2020). Дата обращения: 11 июль 2020.
  8. Постійна делегація Верховної Ради України в Парламентській Асамблеї НАТО взяла участь у засіданні 66-ї щорічної сесії ПА НАТО. Верховна Рада України.

Һылтанмалар