Чавчавадзе Нина Александровна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
 
=== Кейәүгә сыҡҡанға тиклем ===
Нина Чавчавадзе [[Цинандали]] усадьбаһында тыуған. Үҫмер сағында уҡ ғәжәп матурлығы, манераларының зауығы һәм изге күңеле менән айырылып торған. 1822 йылда [[Тбилиси|Тифлис]],та хеҙмәт иткән Грибоедов йыш ҡына кенәз Чавчавадзе өйөндә булған һәм музыка дәрестәре бирә. [[Иран]]дан ҡайтышлай 1828 йылда Грибоедов бер нисә ай Тифлиста үткәрә. Ҙурайып киткән Нинаны күреп<ref>[http://lib.pushkinskijdom.ru/Default.aspx?tabid=6155 Ахвердова Прасковья Николаевна]</ref>, уның матурлығына таң ҡала, уны мадонна Мурильо менән сағыштыра<ref name="zhl">{{Cite web|url=http://www.ssga.ru/erudites_info/peoples/griboedov/index.html|title=Александр Грибоедов, его жизнь и литературная деятельность. Биографический очерк А. М. Скабичевского.|accessdate=2008-10-03|archiveurl=https://web.archive.org/web/20080919094805/http://ssga.ru/erudites_info/peoples/griboedov/index.html|archivedate=2008-09-19}}</ref>. Н. Н. Муравьев-Карский хәтирәләре буйынса, Грибоедов башта уға ғашиҡ булған икенсе кешене — Ермолов Сергей Николаевичты, данлыҡлы генералдың ике туған ҡустыһының асыуын килтереү өсөн үҙенең Нинаға ғашиҡ булыуы тураһында имеш-мимештәр тарата<ref>А. С. Грибоедов в воспоминаниях современников. М., 1980. С. 64.</ref>. 16 июндә ул Нинаға яратыуы тураһында әйтә, һуңынан атаһының ризалығын ала. 1828 йылдың 22 авгусында (3 сентябрь) Тифлистың [[Сиони]] никахлашыу тантанаһы собор ғашиҡ булып соборында никахлашыу тантанаһы үтә. Грибоедовҡа 33 йәш, Нинаға ни бары 15 йәш була. Риүәйәттәр раҫлауынса, никахлашыу ваҡытында биҙгәктән яфа сиккән кейәүҙең ҡулынан никах балдағы төшөп китә, был насар ырым тип һанала.
 
=== Фажиғәле никах ===