Неуланд Альфред Юханович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Неуланд, Альфред Юханович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

10:39, 4 апрель 2021 өлгөһө

Альфред Неуланд Юханович (эст. Alfred Neuland; 10 октябрь 1895, Валга16 ноябрь 1966, Таллин) — эстон ауыр атлеты һәм ауыр атлетика буйынса тренер, Эстония тарихында беренсе Олимпия чемпионы (1920), донъя чемпионы (1922), 1924 йыл олимпиадаһының көмөш призеры.

Биографияһы

Таллинда «Калев» клубында күнекмәләр үтә, 16 йәшенән ярыштарҙа сығыш яһай (1911). 1915 йылда еңел ауырлыҡта Рәсәй чемпионы була, ә бер йылдан — уртаса ауырлыҡта иң алдынғы була.

Беренсе донъя һуғышында һәм Азатлыҡ һуғышышында ҡатнашҡан.

1920 йылда Антверпендағы йәйге Олимпиадала алтын миҙал (еңел ауырлыҡта) һәм 1924 йылда Париждағы Олимпиадала көмөш миҙал (ярым урта ауырлыҡта (-75кг)) яулай. Эстон ССР-ының атҡаҙанған спорт эшмәкәре.

Спорт карьераһы тамамланғандан һуң ул эшҡыуар булып китә; 1950 йылдан 1955 йылға тиклем Таллинда Эстон эксперименталь алкоголһеҙ эсемлектәр заводын етәкләй.

Шулай уҡ тренер һәм спорт судьяһы булып эшләй.

Хәтер

1990 йылда спортсының тыуған иле Валгала һәйкәл ҡуйыла.

2000 йылдан алып йыл һайын Неуланд иҫтәлегенә ауыр атлетика буйынса турнир уҙғарыла.

Һылтанмалар