Молдова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
286 юл:
* 2010 йылдың 12 ғинуарында Молдавия Европа берлеге менән ассоциацияланған ағзалыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләшеүҙәр башлай<ref>[http://www.dw-world.de/dw/article/0,,5124520,00.html Молдавия готовится к ассоциированному членству в Евросоюзе] — Deutsche Welle, 13.01.2010</ref>.
* 2010 йылдың 11 ноябрендә республиканың премьер-министры Владимир Филат, 2011 йылда Молдавия Европа берлегенә инергә заявка бирәсәк тип белдерә<ref>[http://www.dw-world.de/dw/article/0,,5124520,00.html Молдавия готовится к ассоциированному членству в Евросоюзе] — Deutsche Welle, 13.01.2010</ref>.
 
2011 йылдың яҙында Кишинёвта Польша инициативаһы менән «ЕБ- Молдавия» иҡтисади форумы үтә. Польшаның премьер-министры, Польша « 2011 йылдың 1 июленән Европа берлегендә рәйеслек итеү ваҡытында, Молдавияға уның Европаға юлында бер һүҙһеҙ ярҙам итәсәк һәм Приднестровье конфликтын хәл итеү буйынса бөтә тырышлығын һаласаҡ» тип белдерә<ref>Коммерсант Молдова, 30 марта 2011 [http://www.kommersant.md/node/2048 «Плачущий ребёнок получает молоко» — В Кишиневе проходит форум «ЕС-Молдова»]</ref>. Һөҙөмтәлә 2013 йылдың 29 ноябрендә Молдавия Европа берлегендә ассоциацияланған ағзалыҡ тураһында килешеүҙе алдан раҫлай<ref>{{cite web|url=http://www.specletter.com/politika/2013-11-29/janukovich-ostalsja-pri-svoih.html|title=Янукович остался при «своих»|date=2013-11-29|publisher=specletter.com}}</ref>.
 
2014 йылда «Европа берлеге ағзалары булған илдәр менән Шенген Килешеүе ҡатнашыусылары булған илдәрҙең виза режимын либералләштереү» тураһында Европа Комиссияһы Директиваһын раҫлау үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең мөһим этабы булып тора.
 
=== Халыҡ-ара килешеүҙәр һәм конвенциялар ===
2006 йылдың 19 июнендә Молдавия 1961 йылғы Гаага конвенцияһына ҡушыла. 2007 йылдың 16 мартында конвенция үҙ көсөнә инә. Был Конвенция, Конвенция ҡатнашсыһы булған илдәр өсөн, сит ил рәсми документтарын легалләштереү талабын юҡҡа сығара. Конвенция бер дәүләттә эшләнгән һәм башҡа дәүләткә тапшырылырға тейеш рәсми документтарға ҡуйыла торған махсус билдә (штамм) булдыра, был консуллыҡ легалләштереү процедураһын — апостилләштереүҙе алмаштыра.
[http://apostila.gov.md/ База Данных Апостилированных Документов].
 
=== Нейтралитет ===
Молдавия конституцияһының 11 статьяһында былай тип әйтелә: Молдова Республикаһы үҙенең даими нейтралитетын иғлан итә. Молдова Республикаһы башҡа дәүләттәрҙең ҡораллы көстәрен үҙ биләмәләрендә урынлаштырырға рөхсәт итмәй.
 
Шулай итеп, Молдавияның нейтралитеты уның конституцияһында нығытылғанлыҡтан, илдең НАТО-ға ла, Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договор ойошмаһына ла (ОДКБ) инеү буйынса планы юҡ.
 
== Иҡтисады ==
{{Главная|Экономика Молдавии}}
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Молдова» битенән алынған