Молдова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
187 юл:
* Игорь Додон — 2016 йылдың 23 декабренән 2020 йылдың 24 декабре буйынса;
* Майя Санда — ғәмәлдәге президент (2020 йылдың 24 декабренән).
 
1990 йылдан альтернативаһыҙ һайлауҙарҙан һуңМирча Снегур Молдова Совет Социалистик Республикаһы президенты була. Ул вазифаһына Молдова ССР-ы Юғары Советының 1990 йылдың 3 сентябрендәге 251-XII номерлы ҡарары менән тәғәйенләнә.
 
1991 йылдың аҙағында бөтә халыҡ президент һайлауынан һуң Мирча Снегур Молдавияның президенты була.
 
1996 йылдағы президент һайлауҙары ваҡытында Петр Лучинский 27,7 % тауыш йыйып, Мирча Снегурҙан һуң икенсе урынды биләй. Әммә икенсе турҙа Лучинский, һул һәм центристский көстәр ярҙамында Снегурға ҡарағанда күберәк тауыш йыя. Һөҙөмтәлә президент һайлауҙарында Пётр Лучинский еңә һәм 1997 йылдың 15 ғинуарында вазифаһына инә.
 
2000 йылда ПКРМ инициативаһы буйынса парламент төҙәтмәләр ҡабул итә, уның буйынса Молдавия президенты парламент тарафынан парламенттың дөйөм депутаттар һанының 3/5 тауышы буйынса һайлана. Президент һайлауҙарының ике уңышһыҙ маташыуынан һуң, парламент таратыла һәм ҡабаттан һайлауҙар тәғәйенләнә. Раҫлаған төҙәтмәләрҙән һуң парламент таратыла, сөнки парламентта президент һайлана алмай.
 
Парламентҡа ваҡытынан алда һайлауҙарҙан һуң Владимир Воронин Молдавияның президенты була. Коммунистар партияһынан 71 депутат уның өсөн тауыш бирә.
 
2001 йылда парламент һайлауҙарында коммунистар партияһы социаль сәйәсәтте көсәйтеү, иҡтисадты тергеҙеү, ауылда коллектив хужалыҡ формаларына ярҙам итеү, Рәсәй, Белоруссия һәм дөйөм алғанда БДБ менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу лозунгыһы аҫтында бара. Әммә 2003 йылдың ноябрендә Рәсәй тарафынан әҙерләнгән, Молдавияны федераллаштырыуҙы күҙ уңында тотҡан, Днестр буйы һәм Молдова араһындағы конфликтты көйләү планына ҡул ҡуя алмағандан һуң, Рәсәй һәм Молдавияның мөнәсәбәттәре боҙола.
 
2005 йылдың 4 апрелендә коммунистар партияһы депутаттары, шулай уҡ Христиан-демократик халыҡ партияһы, Демократик партия һәм Социал-либераль партия депутаттары президент вазифаһына Владимир Воронинды яңынан һайлайҙар.
 
Һайлауҙар алдынан Владимир Воронин Киевта Виктор Ющенко менән осраша, ә һуңынан үҙендә Кишиневта грузин лидеры Михаил Саакашвилиҙы ҡабул итә. Был күҙәтеүселәргә элекке совет дәүләттәренең Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән яңы «өс дәүләт союзы» булдырылыуы тураһында һөйләргә сәбәп бирә. Әммә Владимир Воронин матбуғатта күп тапҡыр Рәсәй Молдавияның стратегик партнер булды һәм булып ҡала тип билдәләй.
 
Илдең яңы хөкүмәтенә оппозицияла булып ҡалғас, Владимир Воронин 2009 йылдың 11 сентябрендә үҙенең президент вәкәләттәрен һала<ref>[http://kp.md/online/news/540222/ Владимир Воронин сложил с себя полномочия президента Молдовы]</ref>.
 
2010 йылдың 5 сентябрендә Молдавия президентын һайлау формаһын билдәләү буйынса бөтә халыҡ референдумы үтә, ул булманы тип таныла. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған мәғлүмәттәргә ярашлы, унда һайлаусыларҙың 30,98 %-ы ҡатнашҡан, ә ҡатнашыу сиге 33,33 %билдәләнгән.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Молдова» битенән алынған