Фекерләшеү:Шәрәташ таш тирмәләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021|Guram52}}" исемле яңы бит булдырылған
 
→‎Шәрә -Шар: яңы бүлек
 
1 юл:
{{Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021|Guram52}}
 
== Шәрә -Шар ==
 
Күлен Шарташ тип ҡалдырҙыҡ. Шәрә тигән версияға сығаанҡтар юҡ. Электән Шарташ тип йөрөй, сығанаҡтар бар. Шар һүҙе башҡорттарҙа һаҙҙы аңлатҡан. Глосбела шар - болотистое место, подрытое уремой тип тә руссаға тәржемә ителгән. Шарлы урман тигән башҡорт халыҡ йыры ла бар.
 
Шарлы урман (Һаҙлы)
 
Шарлы урманҡай тигән урман ҡайҙа?
 
Ҡайҡымбирҙе кеүек һыу ҡайҙа?
 
Шарлы урманҡай беҙҙән китте инде,
 
Кинәнеп һурып эсергә бал ҡайҙа?
 
 
Шарлы урманҡайҙарҙың уртаһында
 
Ҡушылып-боролоп үҫкән бер уҫаҡ,
 
Шарлы урмандар беҙҙән китмәҫ ине,
 
Бөтә Яйыҡһыбы бер булһаҡ.
Әлшәй яғы йыры.
 
Салауат районында Шар тигән һаҙлыҡ бар.
Ырымбурҙа Шарлыҡ ҡалаһы бар, башҡортса шарлы, һаҙлы тигәндән.
Быларҙы үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер инде, әлеге Шарташ тигән версияға дәлил итеп кенә телгә алыуым. [[Ҡатнашыусы:Alfiya55|Alfiya55]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Alfiya55|әңгәмә]]) 10:42, 31 март 2021 (UTC)
«Шәрәташ таш тирмәләре» битенә кире ҡайтырға.