Һыуғомаҡ мәмерйәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
'''Һыуғомаҡ мәмерйәһе''' — [[Урал]]да, [[Һыуғомаҡ (тау)|Һыуғомаҡ]] тауының көнсығыш битләүендә, [[Ҡыштым]] ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан.
 
== Тасуирламаһы ==
Һыуғомаҡ мәмерйәһе — Уралда берҙән-бер мәрмәр тоҡомдарында һыу менән яһалған мәмерйә. Мәмерйә тар үткәүелдәр менән тоташҡан өс мәғәрәнән тора. Ҡышҡы ваҡытта һәм яҙ башында беренсе мәғәрәнең стеналары һәм түбәһе ҡар кристалдары менән ҡаплана, иҙәндә боҙ [[сталагмит]]тары барлыҡҡа килә. Икенсе мәғәрәнең иҙәнендә еүеш балсыҡ, түшәмдән һыу һарҡып ағып тора, температура һәр саҡ ыңғай.
Икенсе мәғәрәнең алыҫ өлөшөндә, алты метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа күскән, тәрән булмаған тар тишек. Ул өсөнсө ҡыуышлыҡҡа алып бара. Өсөнсө мәғәрә бейек һәм тар, өлөшләтә һыу менән тулған. Һыу кимәле даими түгел, йәй, ҡоро осорҙа кәмей. Был ваҡытта ябыҡ барып бөткән бер нисә юл асыла. Өсөнсө мәгәрәнең алыҫ, түбәнерәк өлөшө һәр саҡ һыу аҫтында. Һыу аҫтында тикшерелмәгән юлдар бар. Мәмерйәнең тикшерелгән өлөшөнөң дөйөм юлдар оҙонлоғо 123 метр<ref name="ppcho">{{Мәҡәлә|заглавие=Пещеры — памятники природы|ссылка=http://www.redbook.ru/article140.html|автор издания=А. П. Моисеев, М. Е. Николаева.|издание=Памятники природы Челябинской области|место=Челябинск|издательство=Южно-Уральское книжное издательство|год=1987|страницы=74—75|archiveurl=https://web.archive.org/web/20160304132128/http://www.redbook.ru/article140.html|archivedate=2016-03-04}}</ref>.