Ҡарткиҫәк ауылы топонимдары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Рөстәм Нурыев Ҡарткиҫәк ауылы битенең исемен йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртте. Яңы исеме: Ҡарткиҫәк ауылы топонимдары
13 юл:
== Тарихы ==
Түбәндә тәҡъдим ителгән тарихи мәғлүмәттәр Камалов Азат Әхмәдулла улы менән Камалова Фирүзә Үлмәҫ ҡыҙының «Атайсал» китабынан алынды. Азат Әхмәдулла улы Башҡортостандың Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология кафедраһы етәксеһе, филология фәндәре докторы, профессор, ә Фирүзә Үлмәҫ ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһында тыуған, Башҡорт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Улар был материалдарҙы төрлө тарихи сығанаҡтарҙан, ҡулъяҙма китаптарҙан, дәүләт архивтарынан, экспедиция ваҡытында туплаған, халыҡтан йыйған материалдарға нигеҙләнеп баҫтыралар.
 
Ҡарткиҫәк — Асҡын районында урынлашҡан төп башҡорт ауылдарының береһе. Уға бик боронғо башҡорт ҡәбиләләрен тәшкил иткән су-танып һәм ун ҡәбиләләренә ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. Ауылда арыҡбай, суманай, мәнди, ҡәлмырҙа, алый тигән нәҫел (зат) исемдәре һаҡланып ҡалған. Был кешеләр үҙ әйберҙәренә, малға өс төрлө тамға һалған булғандар.
 
Ауылға кем нигеҙ һалғанын асыҡлаусы мәғлүмәттәр юҡ. Әммә мәғәнәһен бер ни тиклем асыҡлап була.
 
Ә. Әсфәндиәровтың 1993 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «История сёл и деревень Башкортостана» тигән бик файҙалы китабында был ауыл тарихы тураһында байтаҡ материал бар. Китапта шул ауылда тыуып үҫкән М. Н. Нурғәлиев ағайҙың версияһы килтерелгән. Уның буйынса был ауыл ҡарт һәм киҫәк «доля — өлөш» тигән һүҙҙән яһалған. Бының шулай булыуын раҫлаусы материалдар юҡ. Башҡортта ер өлөшөн, пайҙы башлыса бүләк һүҙе менән атап йөрөткәндәр. Ул «бүлеү — делить» тигәнде белдергән термин. Ә киҫәк һүҙе башлыса «зат, ырыу, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылған. Пермь өлкәһе Барҙы районындағы Ҡайынауылда (икенсе исеме Березники) саҡай киҫәк, тау киҫәк, турғай киҫәк, әрәмәс киҫәк, юғары киҫәк тигән нәҫел (ара, аймаҡ) исемдәре бар. Үзбәк телендә лә кесек һүҙе хәҙер ҙә «ырыу» тигәнде белдерә. Ә ҡарт һүҙе «оло, ҙур» мәғәнәһендә ҡулланылған.. Шуның кеүек Ҡарткиҫәк ауылы ла «Оло ырыу, оло нәҫел, оло зат» тигәнде белдерә.
Ошо уҡ авторҙарҙың тағы ла бер китабы донъя күргән. Ул "Башҡорт теленең тарихи-этимологик топонимик һүҙлеге"тип атала. Был китапта ғилми әҙәбиәттә әҙ күтәрелгән, ауыл исемдәренең сығышы, барлыҡҡа килеү тарихы, уға нигеҙ һалған ырыу-ҡәбиләләрҙең кешеләре тураһында һүҙ алып барыла.