Солтан-Керәмәт изге сауҡалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
«»'''Солтан-Керәмәт изге сауҡалығы''' — Башҡортостан Республикаһы [[Мишкә районы]]ның [[Тымбай]] һәм [[Оло Сухояз]] ауылдары араһында урынлашҡан сауҡалыҡ. [[Мәжүсилек]] динен тотоусы [[Башҡортостан мариҙары|мариҙарҙың]] төп дини йолаларын үткәреү, доға ҡылыу, табыныу урыны. Был Мишкә районы мариҙарының ғына изге табыныу урыны түгел, ә бөтә илдең мари халҡы араһында билдәлелек яулаған дөйөм сауҡалыҡ.
== Тарихы ==
Оҙаҡ йылдар изге сауҡалыҡ тик ике ауыл халҡы өсөн генә хеҙмәт иткән. Бында тик ғаилә-ырыу табыныу сарлары уҙғарылған. Солтан-Керәмәт изге сауҡалығында 2013 йылдың 10 авгусында Башҡортостан Республикаһының мариҙары, шулай мари халҡының күпләп йәшәгән Свердловск өлкәһе, Пермь крайы, Татарстан, Удмурт, Мари Иле республикаларынан ҡунаҡтар ҡатнашлығынды ҙур сара уҙғарылған. Был сара төрлө яҡҡа таралған мари халҡын берләштереү, милли йолаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында уҙғарылған.