Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
1982 йылда [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]ның режиссёрҙар бүлеген тамамлай<ref name="Шилов">{{книга|автор=Шилов Ю. Т., Шилов Ю. Т.|заглавие=Русская театральная школа|ответственный=|ссылка=|место=|издательство=Изд-во "Панъинтер"|год=2004|том=|страниц=542|страницы=505|isbn=5-89884-025-7|ref=}}</ref>. Институтты тамамлағандан һуң, Дүртөйлө районы халыҡ театрында режиссёр булып эш башлай. 1984 йылдан 2006 йылға тиклем — Дүртөйлө мәҙәниәт идаралығы етәксеһе, 2006 йылдан башлап — район мәҙәниәт йорто директоры.
 
[[1995 йыл]]да [[Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы]]на ҡабул ителгән. 2010 йылда [[Тамаша (журнал)|«Тамаша» журналы]] ойошторған сценарийҙар конкурсы йомғаҡтары буйынса яҙыусы беренсе урынға лайыҡ була, һәм ул «Ҡыҙыҡлы тема» номинацияһында диплом менән дә бүләкләнә. "Алтын Урал" халыҡ, Н.Нәжми исемендәге район премияләре лауреаты. Р. Солтангәрәев исемендәге Республика хикәйәләр бәйгеһе дипломанты.
 
[[2013 йыл]]дың 19 мартында [[Дүртөйлө]] ҡала мәҙәниәт һарайында Мөҙәрис Мөсифуллиндың 30 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған ижад кисәһе үтә. Был кисәлә яҙыусылар ҡатнаша, улар араһында [[Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы]] рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы Килмөхәмәтов Тимерғәле, прозаиктар секцияһы етәксеһе, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов, урындағы яҙыусылар Рафаэль Хафизов, Илдус Тимерханов һәм башҡа уның ижадын яратыусылар. Юбиляр һүҙҙәренә һәм музыкаһына йырҙар башҡарыла, уның пьесалары буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡуйыла.