Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу, күренеште төҙәтеү
5 юл:
Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева 1970 йылдың 26 июлендә [[БАССР]]-ҙың [[Баймаҡ районы]] [[Үрге Таулыҡай]] ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған<ref>[http://башкортостанкызы.рф/archives/192-ytkndrem-kil-aldyma.html ӘЙТКӘНДӘРЕМ КИЛӘ АЛДЫМА]</ref>. 8-се класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә.
 
1989 йылда [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты|Өфө дәүләт сәнғәт институтының]] театр факультетына инә. Ошо уҡ ваҡытта «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә үҙенең вокаль карьераһын башлай<ref name="Баймаҡ">Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.</ref>. 1993 йылда институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ебәрелә. Бында Алһыу Бәхтиева бик матур, сағыу образдар тыуҙыра, халыҡ уны бигерәк тә йыраусы актриса булараҡ бик йылы ҡабул итә. Сибай театрында уйнаған ролдәренән: Әсифә ([[Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы|Б. Исҡужин]], «Һуңғы Аҡсарлаҡ»,) Сәжидә (К. Тинчурин, «Ҡазан таҫтамалы»), Наза (Б. Бикбай, З. Исмәғилев «Ҡоҙаса»), Гөлсәриә ([[Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы|Г. Әхмәтҡужина]], «Абыстай»), Дилара ([[Бүләков Флорид Миңнулла улы|Ф. Бүләков]], «Ҡыҙҙар ни өсөн илай»), Сәйҙә ([[Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы|И. Абдуллин]] «Тиле йәшлек»), Шарлотта (Мольер, «Дон Жуан»), Гөлзифа әбей ([[Кинйәбаев Рәлиф Мөстәҡим улы|Р. Кинйәбаев]], «Их, Байтимер дуҫ»), Аҡ тауыҡ ([[Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы|Г. Юнусова]], «Осоп булмай ҡанатһыҙ»)<ref name="Баймаҡ"></ref>.
 
2000 йылда һәләтле актриса [[Башҡортостан]]дың баш ҡалаһына күсә һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай.