Касёво: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл:
[[1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы|Пугачёв фетнәһе]] ваҡытында Пугачёв кешеләренең береһе ауылды талай һәм храмды яндыра<ref name="касева246">{{Китап|заглавие=Сборник Отдѣленія русскаго языка и словесности Россійской академіи наук|ссылка=http://books.google.pt/books?id=xvUMAQAAIAAJ|место=СПб.|издательство=Тип. Имп. Академіи наук|год=1910|страницы=246}}</ref>
 
1796—1865 йылдарҙа ауыл [[Ырымбур губернаһы]]<nowiki/>ның [[Бөрө өйәҙе]] составында. 1865 йылда Ырымбур губернаһы территорияның бер өлөшөндә [[Өфө губернаһы]] ойошторола һәм Касёво ауылы Бөрө өйәҙе составында уның административ-территориаль буйһоноуына күсә. [[XIX]] — [[XX быуат]]<nowiki/>тар башында Касёво [[Пермь губернаһы|Пермь]], [[Вятка губернаһы|Вятка]] һәм Өфө губерналары сигендә урынлаша, һәм [[Бөрө өйәҙе]] Касёво улусының үҙәге була. 1922—1930 йылдарҙа — ауыл Башҡорт ССР-ы [[Бөрө кантоны]] Калегин улусы составында. 1930 йылда Башҡорт АССР-ында кантондар бөтөрөлөү менән Касёво [[Краснокама районы]] составына инә. 1932 йылда Краснокама районы [[Ҡалтасы районы|Ҡалтасы районына]]на ҡушыла һәм Касёво был райондың административ-территориаль буйһоноуында була<ref name="ганиев220">{{Китап|автор=А. М. Ганиев|заглавие=Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник|ссылка=http://books.google.pt/books?id=XGUnAQAAIAAJ|место=Уфа|издательство=Китап|год=2008|страницы=220|страниц=448|isbn=978-5-295-04439-7}}</ref>. 1935 йылда район ҡабаттан Краснокама һәм Ҡалтасы районына бүленә, Касёво тағы Краснокама районы составында була. 1950 йылда Касёво ауылы яңы ойошторолған [[Нефтекама]] ҡалаһы составына инә.
 
1870 йылда Касёво ауылында 252 ихата була, халҡы 1361 кеше тәшкил итә. 1895 йылда — 280 йорт һәм 1289 кеше йәшәй. Ауылдың айырым кешеләренең хужалығында 3 май һығыу йорто, 5 тирмән, 35 кибет була. Аҙна һайын кесаҙна көндәрендә баҙар үткәрелә, йылына дүрт тапҡыр йәрминкә үтә (25 март, 29 июнь, 20 июль, 26 октябрь). 2-класлы ир-егеттәр училищеһә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың земство мәктәбе, часовня һәм православие сиркәүе эшләй. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 289 ихатала 1485 кеше йәшәй.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Касёво» битенән алынған