5 март: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
61 юл:
* [[Трапезников Валентин Кузьмич]] (1931), [[фән|ғалим]]-[[Үҫемлектәр физиологияһы|үҫемлектәр физиологы]]. 1963 йылдан хәҙерге [[Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты]] ғилми хеҙмәткәре, 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — лаборатория мөдире, 1997—2014 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (2001). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Иглин районы]] [[Алатор]] ауылынан.
* [[Крюкова Антонина Яковлевна]] (1936), һаулыҡ һаҡлау һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-терапевт. 1966 йылдан республика дауаханалары терпевы, 1978 йылдан [[Башҡорт дәүләт медицина институты]] һәм [[Башҡорт дәүләт медицина университеты]] уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан поликлиника терапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975).
* [[Ихсанов Марат Мөхәмәт улы]] (1941), [[мәғариф]] ветераны. 1981—2006 йылдарҙа [[Күгәрсен районы]]нда мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
* [[Зайцев Александр Николаевич]] (1951), ғалим-инженер-механик. 1994 йылдан [[Өфө дәүләт авиация техник университеты]] уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Сығышы менән хәҙерге [[Белоруссия]]ның [[Могилёв]] ҡалаһынан.
* [[Коряковцева Луиза Мозафар ҡыҙы]] (ҡыҙ фамилияһы ''Ильясова''; 1951), хеҙмәт ветераны, [[«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы]]ның элекке режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951). Сығышы менән хәҙерге [[Ишембай]] ҡалаһы биләмәләрендә булған [[Нефтсе (Ишембай)|Тирмән-Йылға]] ауылынан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/5_март» битенән алынған