Килем һарайы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
 
== Архитектураһы ==
Һарай көнсығыш стилистикаһы мотивтары ҡулланылған классицизм стилендәге ҡоролма (ҡара: [[Архитектура стилдәрестиле]]).
Ап-аҡ һарай әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. Аҡ бина ҙур булмаған ҡалҡыулыҡта урынлашып, түбәндә һуҙылып киткән ауыл өйҙәрен яҡтыртып торған һымаҡ. Ҡоролма үҙенең архитектураһы менән таң ҡалдыра. Ул планында симметриялы ике ҡатлы аҡ таш бина, үрге парк эсендә урынлашҡан һәм көнсығыш фасады урам яғына, көнбайышы — йылғаға ҡарай. Килем һарайы мөйөштәре бейек манара менән нығытылған, кәрниз аҫтындағы горизонталь сығынтылар бинаның периметры буйлап һылап эшләнгән биҙәктәр менән, ҙур аркалы тәҙрәләренең өҫкө өлөшө төрлө төҫтәге быялалар менән биҙәлгән була. Көнсығыш фасады симметриялы композициянан ғибәрәт: өҫкө яғы аттика һәм башняны имитациялаусы бағаналар менән биҙәлгән, улар стенаның бөтә бейеклеге буйлап һуҙыла һәм ҡыҫҡа баҫҡыслы инеү урынын айырып күрһәтә. Ошолай уҡ биҙәлгән көнбайыш фасадының аттикаһы ҡатмарлыраҡ, шулай уҡ башняға оҡшатып эшләнгән 6 ҡырлы 4 бағаналы балконы бар. Икенсе ҡаттың стеналары, түшәмдәре арабескалар һәм геометрик орнамент, вестибюль стеналары һәм уның өҫтөндәге бүлмәләр түңәрәк һәм 8 ҡырлы төҫлө медальондар менән биҙәлгән. Күп кенә бүлмәләрҙә иҙәнгә паркет түшәлгән була; залдарҙың төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан һәм кафель менән ҡапланған өсмөйөш формаһындағы мейестәр интерьерҙы биҙәү элементтарының береһе булып торған. Интерьерҙарҙы биҙәгән ваҡытта бик күп келәм, шаршау һәм таҫтамал ҡулланылған; йыһаздары башлыса бәрхәт менән тышланған. [[1848 йыл]]дан алып һарайҙа Тәвкилевтәр, [[1903 йыл]]да — С. С.Йәнтүрин йәшәгән, 1918 йылда — бина буш тора, 1924—96 йылдарҙа бында урта мәктәп урынлаша. [[2000 йыл]]дан алып Р. И. Кирайдт проекты буйынса Килем һарайында яңыртыу эштәре алып барыла<ref>[http://bashenc.online/ba/articles/85147/ ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2021]</ref>.