Йүрүҙән Ҡырлаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Guram52 Йүрүҙән ҡырлаһы битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Йүрүҙән Ҡырлаһы
2 юл:
 
== Географияһы ==
Йүрүҙән Ҡырлаһы [[Силәбе өлкәһе]]нең Европа өлөшөндә<ref>А. И. Левит. Южный Урал: география, экология, природопользование. Учебное пособие, 2001</ref>, [[Ҡытау-Ивановск районы]]ның төньяҡ биләмәһендә, [[Ҡатай (йылғаЙүрүҙән ҡушылдығы)|Ҡатай]] менән [[Йүрүҙән]] йылғалары араһында урынлашҡан. [[Көньяҡ Урал тимер юлы]]ның Ҡытау-Ивановск — Йүрүҙән участкаһы арауығына параллель рәүештә, юл полотноһынан көньяҡҡа табан һуҙыла. Һырттың көньяҡ-көнбайыш өлөшө [[Ҡытау-Ивановск ҡала биләмәһе]] менән сиктәш, төньяҡ-көнсығыш өлөшөнә ''Ҡытау Оролары'' ({{lang-ru|Катавские Шишки}}) тауҙары килеп тоташҡан<ref>[http://chel-portal.ru/yuryuzanskiy-greben Хребет Юрюзанский Гребень]</ref>.
 
Боронғо ҡатай ырыуы ерҙәрендә урынлашҡан, урыҫ теленә ''Катав'' булып инеп киткән, яңынан башҡорт теленә ''Ҡытау'' булып әйләнеп ҡайтҡан атамалар тап бына ҡатай ырыуы топонимдары менән бәйле. Был хаҡта филология фәндәре докторы, [[СССР|совет]] һәм [[Рәсәй]] телсе-ғалимы; [[лексика]] һәм субстрат топонимика, шулай уҡ этимология, ономастика, фин-уғыр тел ғилеме, телдәр бәйләнеше белгесе [[Матвеев Александр Константинович]] та үҙенең «Географические названия Урала: Топонимический словарь» тигән белешмә китабында яҙған<ref>Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 123.</ref>