Тумһаташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
27 юл:
== Географияһы ==
 
Тумһаташ түбәһе Көньяҡ Уралдың [[Белорет районы]]на ингән өлөшөндә урынлашҡан. [[Мөхәмәт (Башҡортостан)|Мөхәмәт]] ауылынан был тауға 10 км, ә [[Абҙаҡ]]тан—12 км. [[Әрүәкрәз]] тауына тапҡырҙан 6-7 саҡрым ғына. Туристар өсөн ылыҡтырғыс урын, әммә киң билдәле түгел. Был тау матур ҡаялары менән йәлеп итә. Ҡаялары [[Ҡурташтау (Ҡурташ)]] тауыныҡына оҡшағандар һәм ҡатҡан лаваны хәтерләтәләр. Тумһаташ түбәһе һүнгән [[вулкан]]ға ла оҡшаған. Был тауҙың башынан [[Мөхәмәт (Башҡортостан)|Мөхәмәт]] ауылы, [[Ҡырҡтытау (һырт)|Ҡырҡтытау]], [[Көркәк (һырт)|Көркәк]] һырттары күренә. <ref>[https://geocaching.su/?pn=101&cid=25498 Геоэкшн]</ref>
 
Тумһаташ ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Күбеһенсә бында [[ҡарағай]], [[ҡайын]] һәм [[ҡарағас]] ағастары үҫә. Емеш-еләккә лә бай: [[ҡара көртмәле]], [[ҡыҙыл көртмәле]], [[ҡыҙыл бөрлөгән]], [[ҡайын еләге]], [[ҡурай еләге]] һәм башҡалар бар. Тауға яңғыҙ барыу бик хәүефле, сөнки был яҡта йыш ҡына айыуҙар осрай һәм аҙашыу ҙа мөмкин.
Был урындан йыраҡ түгел Тумһа һәм [[Урҙы (йылға)|Урҙы]] йылғалары баш ала.
Йәйге һәм ҡышҡы туризм өсөн яҡшы вариант булып тора. Бында туристар һирәк килә, шуға күрә һуҡмаҡтар ҙа, сүп-сар ҙа юҡ.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тумһаташ» битенән алынған