5 март — версиялар араһындағы айырма

615 байт өҫтәлгән ,  1 месяц назад
* [[Крюкова Антонина Яковлевна]] (1936), һаулыҡ һаҡлау һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-терапевт. 1966 йылдан республика дауаханалары терпевы, 1978 йылдан [[Башҡорт дәүләт медицина институты]] һәм [[Башҡорт дәүләт медицина университеты]] уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан поликлиника терапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975).
* [[Ихсанов Марат Мөхәмәт улы]] (1941), [[мәғариф]] ветераны. 1981—2006 йылдарҙа [[Күгәрсен районы]]нда мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
* Зайцев Александр Николаевич (1951), ғалим-инженер-механик. 1994 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Сығышы менән хәҙерге Беларусияның Могилёв ҡалаһынан.
}}</onlyinclude>
 
79 575

үҙгәртеү