Шишмә районының һыу объекттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
'''Шишмә районының гидрографияһы''' [[Шишмә районы|райондың]] [[Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге|Прибельск убалы-түбәле тигеҙлектәрендә]] урынлашыуы менән билдәләнә.
 
Район йылға, күлдәргә бай төбәк. [[Дим]] йылғаһы район биләмәһендә диагональ буйынса төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә аға, оҙонлоғо 80 километрға етә. Ҡарламан йылғаһының һул ҡушылдығы тамағынан түбәнерәк урында Ҡармасан, Сәрмәсән һәм Өршәк йылғалары Шишмә районы биләмәһенә килеп инә.

Райондың йылғалар селтәре Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдыҡтары — бер-береһенә ҡарата параллель рәүештә көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан аҡҡан Дим һәм Өршәк йылға бассейнына ҡарай.
 
Был йылғаларҙың үҙәндәре киң һәм асиммерик: һул яҡтағыһы уң яҡтағы үҙәнгә ҡарағанда һөҙәгерәк. Ҡушылдыҡтарында ла асимметрия күҙәтелә: һул ҡушылдыҡтар оҙонораҡ һәм бик күп. Өршәк йылғаһының уң яҡ ярында һыуҙа иреүсән тау тоҡомдары (гипс, тоҙ, ангидрид, эзбизташ) булған участкаларҙа рельефтың карст формалары күҙәтелә.