Салауат ҡалаһының һыу объекттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Водные объекты Салавата" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:46, 3 март 2021 өлгөһө

Салауат ҡалаһының һыу объекттарыСалауат ҡалаһы биләмәһендәге тәбиғи һәм яһалма һыу ятҡылыҡтары.

Йылғалар

Салауат ҡалаһы янынан көньяҡтан Төньяҡҡа табан параллель рәүештә, бер-береһенән 100 — 200 генә метр ара менән 4 йылға ағып ята. Иң ҙур йылғаларҙың береһе — Ағиҙел (урыҫ. Белая).

  • Ағиҙел — Салауат ҡалаһы янынан аҡҡан иң ҙур йылға. Көньяҡтан төньяҡҡа табан аға. Йылға ярында ғына Желанный ҡасабаһы ултыра. Ағиҙел аша йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер һалынған. Йылғаның һул яҡ яры нығытылған. Яҙын Ағиҙел һыуҙары ярбуйын тотош баҫа. Йылғаның ҡала һыҙатына ингән урынында даими рәүештә рефулер земснаряд эшләп тора, һөҙөмтәлә йылға улағы ла тәрәнәйә һәм ҡалала барған төҙөлөштәр өсөн ҡом-ҡырсын да сығарыла.төҙөлөш өсөн ҡомдо йылға үҙәнендә табылған һәм тәрәнәйтеү һәм гравий ҡала.

1970-се йылдарҙа ҡаланың төньяҡ-көнсығыш һыҙатында Ағиҙел үҙенең улағын үҙгәртә, ғәмәлдә йылға икегә айырыла һәм ике улаҡ араһында ҙур ғына утрау хасил була. Был утрауҙы ҡала халҡы Арал тип йөрөтә.

1970-се йылдарға тиклем Ағиҙел йылғаһы буйлап иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем һал ағыҙалар. 1950-се йылдарҙа Салауат ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһы буйлап һал ағыҙыу юлын ҡыҫҡартыу маҡсатында, аҫылмалы күперҙән алып тауҙар яғына табан 1100 метр алыҫлыҡта «Шмульсон каналы» ҡаҙыла. Каналға канал ҡаҙыуға етәкселек иткән инженер Шмульсондың исеме бирелә[1].

Күлдәр

 
Муҫа ауылы биләмәһендәге Ялпаҡ күл
 
Ағиҙелдәге пляж

Салауат ҡалаһы тирәләй күп һанда күлдәр урынлашҡан. Уларҙың бер өлөшө ҡар һыуҙары иреүҙән һуң хасил була, ә икенселәре шишмәләрҙән туҡлана. Ҡала эсендәге күлдәр тулыһынса ҡоротолған.

Иң ҙур күлдәр:

  • Хорейкин күле[2] — 111-се квартал эргәһендә урынлашҡан. Күлдең ярҙары текә, ул шишмәләрҙән туҡлана[3].
  • Ялпаҡ күл — Муҫа ауылы менән йәнәш урынлашҡан[4]. Күл яҙын ҡар һыуҙарынан туҡлана. Ағиҙел йылғаһына табан һуҙыла, әммә уның улағы һаҙмат урынға әйләнә һәм бәләкәй генә шишмә рәүешендә ағып ята. Элек, Иштуған һыуһаҡлағысы булмаған ваҡытта, был күлдең һыуын яҙғы ташҡын һыуҙары таҙартыр була. Күлдең көнсығыш яры йәшел урман (күбеһенсә ҡарағайҙар) менән ҡапланған.
  • Барсагүл күлдәр системаһы — Салауат ҡалаһының көньяҡ сигендә урынлашҡан күлдәр. Был күлдәрҙең ярҙары ҡамыш, ҡыуаҡтар һәм ағастар менән ҡапланған.
  • Сәскәгүл — Салауат ҡалаһы һәм Барсагүл араһында ята[5].
  • Барсагүл күлдәр системаһы — Салауат ҡалаһының көньяҡ сигендә урынлашҡан күлдәр. Был күлдәрҙең ярҙары ҡамыш, ҡыуаҡтар һәм ағастар менән ҡапланған.
  • Кажак күле — Салауаттың төньяғындағы күл, баҡсалар араһында урынлашҡан.
  • Сынтимер күле — Салауат ҡалаһы һәм Барсагүл араһында урынлашҡан.
  • Һыйырбаткан күле — Салауат ҡалаһы һәм Барсагүл араһында ята.
  • Сарлак күле — Барсагүл һәм Салауат араһында ята.
  • Ҡарман күле — Барсагүл һәм Салауат араһында ята.
  • Болғаткан күле — Барсагүл һәм Салауат араһында ята.
  • Ташлы күл — Барсагүл һәм Салауат араһында ята.

Ер аҫты һыу ятҡылыҡтары

Ер аҫты күлдәре Салауат ҡалаһының көньяғында урынлашҡан. Ҡала халҡы өсөн эсәр һыу артезиан скважиналарынан алына. Улар Ағиҙел йылғаһы икегә айырылып киткән урында барлыҡҡа килгән Арал утрауында (Ергән ауылына янында) урынлашҡан.

Яһалма һыу ятҡылыҡтары

  • Салауаттың үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркындағы һыу ятҡылығы. 1960-сы йылдарҙа ҡаҙыла.
  • Йылылыҡ-электр үҙәге (ТЭЦ) һыуһаҡлағысы — ТЭЦ-та һыуҙың технологик әйләнеше өсөн булдырылған яһалма һыу ятҡылығы.
  • Ҡом карьерҙары — Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Карьерҙарҙа һыу, йылға ҡарағанда, йылыраҡ, шуға йәйгеһен ҡала халҡы карьерҙарҙа һыу инергә ярата.
  • «ПромВодоКанал» ЯСЙ-һының таҙартыу ҡоролмалары[6] — ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Был предприятие һыуҙы таҙартыу менән шөғөлләнә. Бында һыу менән тәңмин итеүҙең йомоҡ циклы булдырылған.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

Салауат ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан иң ҙур күпер — Ағиҙел йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн һуҙылған аҫылмалы күпер ҡала пляжы районында урынлашҡан. Уны 1968 йылда СМУ-2 ВНЗМ тресы (идарасы — Петросов Юрий Вартанович) төҙөй.

Иҫкәрмәләр