Тумһаташ — версиялар араһындағы айырма

1 байт алынған ,  2 месяца назад
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Mobil web үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Mobil web үҙгәртеү
== Географияһы ==
 
Тумһаташ түбәһе Көньяҡ Уралдың [[Белорет районы]]на ингән өлөшөндә урынлашҡан. [[Мөхәмәт (Башҡортостан)|Мөхәмәт]] ауылынан был тауға 10 км, ә [[Абҙаҡ]]тан—12 км. [[Әрүәкрәз]] тауына тапҡырҙан 6-7 саҡрым ғына. Туристар өсөн ылыҡтырғыс урын, әммә киң билдәле түгел. Был тау ҡыҙыҡлы таштары менән йәлеп итә. Ҡаялары [[Ҡурташ]] тауыныҡына оҡшағандар һәм ҡатҡан лаваны хас итәләр. Тумһаташ түбәһе һүнгән [[вулкан]]ға ла оҡшап. Был тауҙың башынан [[Мөхәмәт (Башҡортостан)|Мөхәмәт)]] ауылы, [[Ҡырҡтытау (һырт)]], [[Көркәк (һырт)]] һырттары күренә. <ref>[https://geocaching.su/?pn=101&cid=25498 Геоэкшн]</ref> Тумһаташ ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Күбеһенсә бында [[ҡарағай]], [[ҡайын]] һәм [[ҡарағас]] ағастары үҫә. Емеш-еләккә лә бай: [[ҡара көртмәле]], [[ҡыҙыл көртмәле]], [[ҡыҙыл бөрлөгән]], [[ҡайын еләге]], [[ҡурай еләге]] һәм башҡалар бар. Тауға яңғыҙ барыу бик хәүефле, сөнки был яҡта йыш ҡына айыуҙар осрай һәм аҙашыуы ла мөмкин.
Был урындан йыраҡ түгел Тумһа һәм [[Урҙы (йылға)]] йылғалары баш ала.
 
779

үҙгәртеү