1962 йылдың 24 сентябрендә хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ишембай ҡала советы башҡарма комитеты ултырышында төҙөлөшкә участка бүлеп биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.<blockquote>
Ҡарар:1. Салауат ҡалаһының 18-се комбинатына таҙартыу ҡоролмаларын тултырыусыурынлаштырыусы быуалар төҙөү өсөн Ҡыҙыл Ауыл биҫтәһенеңауылының көньяҡ-көнбайыш ерҙәренән 24, 43 гектар ер участкаһы бүлеп бирелә.
2. Таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө зонаһына эләккән Ҡыҙыл Ауыл, Күс ауылдары, Юрматы ҡасабаһын, төҙөлөш менән бәйле, күсереү ҡарала.
</blockquote>
Стәрлетамаҡ — Салауат автотрассаһы киҫелешендә, Ишембай ҡалаһына табан боролған ерҙә, Ишембай һәм Салауат ерҙәренә ингән Аллағыуат, Ҡарлыкүл, Ирек, [[Ҡыҙыл Ауыл]], Күс, Новопетровский (Ҡужаҡ) һәм Малай Аллағыуат ауылдары, уларҙың [[Бөйөк Ватан һуғышы]] йылдарында һәләк булған халҡы иҫтәлегенә Ишембай боролошо яғында Салауат — Ишембай автотрассаһы киҫелешендә «Юрматы ере» мемориаль комплексы төҙөлә.
Борондан"Юрматы ере" мемориаль комплексы борондан ошо ерҙәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлаған юрматылар рухына "Юрматы ере" мемориаль комплексыарнап булдырылатөҙөлә (Юрматы ырыуының 1990,1992 йылдарҙа үткәрелгән ҡоролтайҙарында ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса)<ref>https://kurultay-ufa.ru/ru/2017/05/26/юрматылар-ҡор-йыйҙы/</ref>. МемориалдыңМемориалдең үҙәгендә Юрматы ырыуының символы — әтәлге һүрәте төшөрөлгән стела ултыра, стеланың осон ҡурай сәскәһе биҙәй. Стела тирәләй ҡуйылған ете мәрмәр плита ете күсерелгән ауылды кәүҙәләндерә<ref>https://ba.wikipedia.org/wiki/«Юрматы_ере»_мемориаль_комплексы</ref>.
Төп монументтан төньяҡ-көнбайышҡа табан һалынған йәйәүлеләр юлының ике яғында «[[Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмағанонотолмай]]» тигән яҙыу яҙылған 8 мәрмәр плитәгәплитә тора. Был ауылдарҙан һуғышҡа киткән 1428 яҡташтың һәр өсөнсө тиерлек һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. һәрУларҙың өсөнсө тиерлек— 513 фронтовиктың исемдәре плитәләргә уйып яҙылған. Аллағыуат ауылында тыуып үҫкән [[Советтар Союзы Геройы]] [[Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы]]на бюст ҡуйылған.
Мемориаль комплекс [[Башҡортостан Республикаһы]] Президенты указы буйынса асыла. Комплексты тантаналы асыу ваҡытында Башҡортостан Республикаһының Президенты М. Ғ. Рәхимов ағас ултырта.
[[2005 йыл]]да Юрматы, Күс, Ҡыҙыл Ауыл һәм Ирек ауылдарының элекке халҡы һәм уларҙың тоҡомдары, бөтәһе 250 самаһы кеше, ауылдың 80- йыллығын байрам итеү өсөн кесе тыуған илендә яңынан осраша<ref>http://www.agidel.ru/?param1=3906&tab=5 Тепло родного очага//газ. «Республика Башкортостан» № 204</ref>
== Билдәле кешеләре ==
|