Ғайса Туҡтағолов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
Ғайса Туҡтағолов Иҫәт провинцияһы Ҡара-табын улусы Иҫәй ауылында тыуған<ref name="Башкирские предводители"></ref>. Ауыл [[Иҫәт]] йылғаһына һыуҙарын ҡойған [[Тинес]] йылғаһы буйында урынлашҡан була. Һуңынан әлеге ауыл Ғайса Туҡтағолов исемен йөрөтә башлай — Туҡтағол ауылы, әммә [[XX быуат]]та йылға радиоактив ағыуланыуға дусар ителә (Ҡыштым аварияһы, 1957 йыл).
 
1773 йылда [[Пугачёв Емельян Иванович|Пугачев]] етәкселегендәге ихтилал башланғас, уны баҫтырыу өсөн Иҫәт властары команда йыялар. Ғайса Туҡтағолов ошо йылдың октябрь айында яңы булдырылған башҡорт-мишәр отрядына командир итеп тәғәйенләнә<ref name="Башкирские предводители"></ref>. Отряд баш күтәреүселәрҙе баҫтырыу маҡсатында [[Ырымбур]]ға табан юллана. Командаға 286 двор инә, барыһы 800 кеше. Ошо уҡ йылдың 2 ноябрендә отряд [[Силәбе]]нән тәғәйенләнгән урынға, Үрге Яйыҡ нығытмаһына, килеп етә. Нығытма коменданты полковник Е. А. Ступишин була<ref name="Башкирские предводители"></ref>, Ғайса Туҡтағолов командаһы менән уның ҡарамағына күсә. Бер аҙҙан нығытма коменданты Ғ. Туҡтағоловты, үҙен император итеп танытҡан, Дон казагы Пугачевты тотоу өсөн [[Ырымбур]] яғына ебәрә, әммә Ғайса Туҡтағолов командаһы менән баш күтәреүселәр яғына күсә. 1773—1774 йылдың ҡышында Ғайса Туҡтағолов Силәбе баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе булып таныла. 1773—1775 йылғы Крәҫтиән һуғышы барышында бер нисә ихтилал районы барлыҡҡа килә, шул иҫәптән Иҫәт районы, унда хәрби бәрелештәр 1774 йылдың ғинуар-март айҙарында айырыуса көслө була. Баш күтәреүселәр Златоуст, ҡыштым заводтарына һөжүм яһай<ref>Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, "Башкирское книжное издательство", 2013. 225-се бит</ref>. 1774 йылдың ғинуарында Туҡтағолов Бродоҡалмаҡ (хәҙер [[Силәбе өлкәһе]] [[Красноармейск районы (Силәбе өлкәһе)|Красноармейск районы]])<ref name="Силәбе"></ref> тирәһендә командаһы менән нығытмаларға һөжүм итә. Был нығытмалар, шул иҫәптән Бродоҡалмаҡ та, урыҫтар тарафынан башҡорттарҙан һаҡланыу өсөн төҙөлгән булған.
 
И. Н. Грязнов етәкселегендәге армия составында уның отряды Силәбе ҡалаһын ҡамауҙа һәм яулауҙа ҡатнаша<ref name="Башкирские предводители"></ref>. 1774 йылдың яҙ көндәрендә көрәштәштәре [[Мортаза Йортомов]] һәм [[Һары Абдуллин]] менән берлектә Силәбе ҡалаһы тирәһендәге алыштарҙа ҡатнаша, тип фараз итеп була, сөнки 1774 йылдың 14 мартында поход атаманы Григорий Туманов баш күтәреүселәрҙән, бөтә башҡорттарға аттары менән бергә кисекмәҫтән Силәбегә килеп етеүен, талап итә. Ғайса Туҡтағолов ҡоралын тик 1774 йылдың декабрендә һала һәм властарға бирелә<ref name="Башкирские предводители"></ref>..