Ям (ҡәлғә): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Visem (фекер алышыу | өлөш)
двойные пробелы
20 юл:
=== Рус дәүләте ===
[[Файл:Кингисепп._Крепость_Ям._Валы_01.jpg|мини|250x250пкс|Луга яғынан ҡәлғә валдары]]
1478 йылда, Новгород республикаһы Мәскәү кенәзлегенә составына ингән саҡта, сик булып ҡалған Ям ҡәлғәһен ремонтлайҙар, ә посадты ағас нығытма менән уратып алалар{{Sfn|Косточкин|1964}}. 1492 йылда сиктәрҙе нығытыу өсөн Иван III Ливонияға ҡарай юлда Нарва эргәһендә яңы ҡәлғә төҙөргә ҡуша. 1490 йылдарҙа Ям башҡа ҡәлғәләр менән бергә яңыртыла. Ҡәлғә тирәләй үҫеп сыҡҡан Ям-ҡала Луга йылғаһында һәм тирә-яҡта сауҙаның үҙәге була, Водская пятинаның Яҙма китабында ҡала тирәләй дөйөм 393 ихата менән 67 ауыл урынлашҡанлығы яҙыла.
 
=== Швеция короллеге ===
30 юл:
 
=== Рәсәй империяһы ===
1700 йылда һөжүм итеүсе [[Пётр I]] ғәскәрҙәренә Ямбург һуғышһыҙ бирелә, әммә бынан һуң килгән Нарва янындағы еңелеү ҡәлғәне ҡалдырырға мәжбүр итә{{Sfn|Аристов|2009|с=87—88|loc=Бастионная крепость Петра Великого}}. 1703 йылдың 13 майында генерал-майор Н. Верден етәкселегендә отряд Ямбургҡа сыға һәм ҡәлғәне утҡа тота. Икенсе көндә гарнизон капитуляция тураһындағы үтенес менән барабансыны  ебәрә, ул ҡабул ителә. Бынан һуң гарнизон Нарваға ебәрелә, ә кем теләй, гарнизонда ҡалыу мөмкинлеге була{{Sfn|Крепости Северо-Запада России|2012|с=122|name=k122}}{{Sfn|Аристов|2009|с=88|loc=Бастионная крепость Петра Великого}}. Шулай уҡ ҡаланың швед атамаһы ла һаҡланып ҡала. Бастионлы ҡәлғә Петр күрһәтмәһе буйынса 1703 йылдың 15 майынан 1703 йылдың көҙөнә тиклем генерал-фельдмаршал Б.П. Шереметев етәкселеге аҫтында төҙөлөп бөтә, әммә ҡәлғәне таштан үҙгәртеп ҡороп тормайҙар — [[Нарва]] һәм [[Тарту|Дерпт]]ты алғандан һуң сик көнбайышҡа шыла, һәм Ямбургты бары тик шведтарҙың диңгеҙ десанты осрағына бәләкәй гарнизон тотоу өсөн генә файҙаланалар. Үҙгәртеп ҡорғанда эске нығытма һаҡланып ҡала, таш стеналары яңы ҡәлғәнең тупраҡ куртиналарына индереп төҙөлә{{Sfn|Кирпичников|1984|с=191—192|loc=Ямгород. Крепостные сооружения|name=k191-192}}. Шул уҡ ваҡытта ҡәлғәлә төрлө калибрлы 53 ҡорал менән гарнизон урынлаштырыла{{Sfn|Аристов|2009|с=90|loc=Бастионная крепость Петра Великого}}.
[[Файл:Крепость_Ям_03.jpg|мини|250x250пкс|Нығытманың башняһы нигеҙе өлөшө ]]
XVIII быуаттың икенсе сирегендә һаҡланыу пункттарынан баш тартыу сәбәпле Ямбург ҡәлғәһе ҡоралһыҙландырыла. Унда төрлө хәрби хеҙмәттәр урынлашыуын дауам итә (мәҫәлән, келәәттәр), әммә боронғо нығытма емерелә башлай. 1760 йылға [[Екатерина II]] күрһәтмәһе буйынса Ямбург ҡала була, һәм унда ҡәлғәне индереп, элекке булған ҡоролмаларҙы һүтеү башлана. Нығытма ташының өлөшө 1762 йылда архитектор А. Ринальди тарафынан Екатерина соборын төҙөү өсөн ҡулланыла. 1781 йылда Екатерина II Ревелгә китеп барған юлда нығытма емереклектәрен күрә һәм насар торошо арҡаһында уны нигеҙенә тиклем һүтергә әмер бирә{{Sfn|Скрипинская|2014}}{{Sfn|Косточкин|1964}}. Шул уҡ ваҡытта бастиондарға теймәйҙәр, улар XVIII быуат аҙағында ситса фабрикаһын төҙөү өсөн өлөшләтә һүтеп алына.
 
XIX быуат уртаһында ҡәлғә территорияһында ҡалала фатирҙарға урынлаштырылған ғәскәрҙәр көсө менән парк төҙөй башлайҙар. Башта бының менән Иркутск 93-сө пехота полкы шөғөлләнә, ләкин 1881 йылда ул Финляндияға күсерелә, уның урынына 1883 йылда 91-се Двина-пехота полкы алмашҡа килә, ә 1893 йылда уны 146-сы Царицын пехота полкы алмаштыра, ул паркты төҙөкләндереүҙе тамамлай. Ошо сәбәп менән парк [[Октябрь революцияһы|революция]]ға тиклем «146-сы Царицын полкы баҡсаһы» тип атала<ref name="o47">{{cite web|url = https://oblast47.ru/places/info/park-letniy-sad/|title = Парк «Летний сад»|publisher = Oblast47.ru|accessdate = 2019-12-13}}</ref>.
1909 йылда коммерция училищеһы бинаһын төҙөгәндә ҡәлғә территорияһының көньяҡ өлөшө фундамент ҡороу өсөн йырғылана, төҙөүселәр көньяҡ башня ҡалдыҡтарын таба, был уларға төҙөлөштө төньяҡтараҡ һәм Луга ярынан алыҫыраҡ күсерергә мәжбүр итә.{{Sfn|Кирпичников|1984}}.
 
=== Хәҙерге торошо ===
[[Файл:153._Kingisepp._Fortress_Yam.JPG|мини|250x250пкс|Паркта быуа — ҡәлғәнең элекке көнсығыш соҡоро]]
Ҡәлғә ҡоролмалары урынында парк урынлашҡан<ref name="o47" />. Парктың төньяҡ өлөшөндә ике бастион ҡалдыҡтары күренә, көньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә парк сәскә түтәлдәре һәм йәйәүлеләр һуҡмағы менән төҙөкләндерелгән, бөтә тупраҡ нығытмалар ҡаҙылған, таш нығытмалар 1926 йылда күпер төҙөлөшө ваҡытында нигеҙенә тиклем емерелгән тиерлек{{Sfn|Кирпичников|1984}}. Эске нығытма урынынан [[Санкт-Петербург]] — [[Нарва]] автомобиль юлы үтә, юлға төньяҡ яҡтан Коммерция училищеһының бинаһы йәнәш тора, унда тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан<ref name="ki1">{{Cite web|url=https://kingisepp1.ru/dostoprimechatelnosti/kingiseppskij-istoriko-kraevedcheskij-muzej.html|title=Кингисеппский историко-краеведческий музей|publisher=Кингисепп 1|accessdate=2019-11-25}}</ref>. Төньяҡ һәм көньяҡтан ҡәлғә контурҙары соҡор, көнсығыштан быуа менән уратып алынған. Ҡайһы бер урындарҙа таш һалыуҙар өҫкә ҡалҡып сыға.
 
Совет йылдарында паркта бейеү майҙансығы менән кинотеатр була, әммә ул янғындан һуң тергеҙелмәй<ref name="o47" />. Парктың көньяҡ-көнсығыш осонда 1958 йылда партизандар һәйкәле ҡуйыла<ref name="p624">{{Cite web|url=http://docs.cntd.ru/document/901750455|title=О дополнении и частичном изменении постановления Совета Министров РСФСР от 30 августа 1960 г. N 1327 «О дальнейшем улучшении дела охраны памятников культуры в РСФСР» (с изменениями на 10 июля 2001 года), Постановление от 4 декабря 1974 года №624|author=[[Совмин РСФСР]]|publisher=docs.cntd.ru|accessdate=2019-11-25}}</ref>.
 
[[2017 йыл]]да «Ростерминалуголь» акционерҙар йәмғиәте дөйөм ҡарар менән элекке ҡәлғә урынында урынлашҡан паркты шефлыҡҡа ала<ref name="pru">{{Мәҡәлә|заглавие=Вы видели обновленный пруд в Летнем?|издание=Восточный берег|ссылка=https://vostbereg.ru/vy-videli-obnovlennyj-prud-v-letnem/|год=2019}}</ref>. [[2019 йыл]]дың 24 июненән<ref>Вы видели обновленный пруд в Летнем?// Восточный берег.— 2019.— 30 августа.</ref> 25 авгусына тиклем Ивангород водоканалы парк быуаһын таҙарта, уның барышында һыу ятҡылығынан һыуҙы һурҙырып ала, төбөндәге ҡатламдарҙан таҙарта һәм быуаны ҡабаттан Луга һыуы менән тултыра. Шунан һуң уға фонтан менән «Biolight Oloid Pyramaid» таҙартыу системаһы урынлаштыра, быға АО «Ростерминалуголь» 10 миллион һум аҡса бүлә <ref>{{Cite news|url=https://gazeta.spb.ru/2132284-v-kingiseppe-ochistyat-prud-s-pomoshhyu-sovremennyh-tehnologij/|title=В Кингисеппе очистят пруд с помощью современных технологий|publisher=Gazeta.spb|author=Трубачёва Е|date=2019-06-27|accessdate=2019-12-13}}</ref>. Быуаға сазан һәм табан балыҡтың йотҡолоғо ебәрелә.
 
== Архитектураһы ==
[[Файл:План_крепости_Ям_1645.jpg|слева|мини|250x250пкс|1645 йылғы швед план ҡәлғәһе]]
Ҡәлғә бейек текә ярҙа йылға бөгөлөнөң тышҡы яғында төҙөлә, был уны штурмлауға өҫтәмә ҡаршылыҡтар бирә. көньяҡтан, көнсығыштан һәм төньяҡтан ҡәлғәнең стеналары янында соҡор ҡаҙыла, шулай итеп ҡәлғәне Луга йылғаһы менән бергә һыу уратып ала{{Sfn|Косточкин|1964}}. Ҡәлғә ҡоролмаһы үҙ планында трапеция формаһына эйә була. Эзбизташтан һалынған диурҙары урыны менән 4,5 метр ҡалынлыҡҡа етә. Мөйөштәрендә дүрт түңәрәк башня урынлаша, уларҙы көнбайыш, төньяҡ һәм көнсығыш диураҙары уртаһында тура мөйөшлө башнялар тулыландыра, был һаҡланыусыларға башняларҙан ут алып барыу мөмкинлеге бирә. Көньяҡ-көнбайыш мөйөшөндә эске нығытма урынлаша, ул төп ҡәлғә менән дөйөм ҡапҡаға эйә була. Көнбайышҡа ҡараған ҡапҡа эре эзбизташ блоктарҙан һалынған ике йәнәш торған квадрат ярымбашняларҙа урынлаша. Үтеп йөрөү урынының киңлеге 2 метр һәм оҙонлоғо 17,5 м һәм өс ҡапҡанан тора, ә инеү алдында таш түшәлгән соҡор була, уны тик күтәрелә торған күпер аша үтергә мөмкин{{Sfn|Кирпичников|1984}}.
 
Бастион ҡәлғәһе планында иҫкеһен ҡабатлай һәм мөйөштәрендә куртиналар менән бәйле 4 бастион бар{{Sfn|Скрипинская|2014}}. Көньяҡ-көнбайыш мөйөштә, көньяҡ һәм көнбайыш куртиналары араһында һаҡланып ҡалған эске нығытма урынлашҡан, уның көнбайыш стенаһы һәм ҡапҡалы башняһы куртинаның өлөшөн алмаштыра һәм ҡәлғәгә инеү өсөн ҡулланыла. Эске нығытма итәгендә урынлашҡан бастион башҡаларынан бәләкәйерәк була.
 
== Археологияһы ==
[[Файл:Культурный_слой_разрушенной_крепости_Ям.jpg|мини|250x250пкс|Луга ярында ҡәлғә диуарҙары ҡалдыҡтары]]
1909 йылда ҡәлғә территорияһында беренсе археологик тикшеренеүҙәр үтә. Шул саҡта көньяҡ-көнбайыш башня табыла, уның ҡалдыҡтары 1926 йылда Луга аша күпер төҙөгәндә тулыһынса юҡҡа сыға. 1950 йылдарҙа В В. Косточкин бойницалы башняның төҙөлөшө нигеҙендә XVI быут башында төҙөлгәнлеге тураһында һығымта яһай
 
[[1971 йыл]]да ҡәлғә территорияһында А.Н.Кирпичников етәкселегендә СССР Фәндәр академияһы Матди мәҙәниәт тарихы институты экспедицияһы тәүге масштаблы тикшеренеүҙәр үткәрә{{Sfn|Кирпичников|1984}}. 960 м² майҙанда 9 ҡаҙыныу эштәре башҡарыла. Ҡаласыҡтың көнсығыш яғында [[XV быуат]] аҙағы — [[XVI быуат]] башына ҡараған төрлө күләмле диураҙар табылған{{Sfn|Кирпичников|1984}}. Нығытма эсендә һәм төньяҡ стена янында XV—XVI быуаттарҙа рус халҡына ҡараған күп кенә предметтар табылған. 1974 йылда археологик ҡаҙыныу йомғаҡтары буйынса «Ям Ҡәлғәһе» майҙансығы дәүләт һаҡлауы аҫтына алынған<ref name="p624">{{Cite web|url=http://docs.cntd.ru/document/901750455|title=О дополнении и частичном изменении постановления Совета Министров РСФСР от 30 августа 1960 г. N 1327 «О дальнейшем улучшении дела охраны памятников культуры в РСФСР» (с изменениями на 10 июля 2001 года), Постановление от 4 декабря 1974 года №624|author=[[Совмин РСФСР]]|publisher=docs.cntd.ru|accessdate=2019-11-25}}</ref>.
 
Табылған артефакттарҙың бер өлөшө Кингисепп яҡты өйрәнеү музейына тапшырыла<ref name="ki1">{{Cite web|url=https://kingisepp1.ru/dostoprimechatelnosti/kingiseppskij-istoriko-kraevedcheskij-muzej.html|title=Кингисеппский историко-краеведческий музей|publisher=Кингисепп 1|accessdate=2019-11-25}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ям_(ҡәлғә)» битенән алынған