Мәхмүт сәсән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Тормош юлы ==
Мәхмүт сәсән Башҡортостандың хәҙерге [[Учалы районыныңрайоны]]ның Әүеш күле буйында тыуған<ref>Башҡорт халыҡ ижады. Өсөнсө том. Эпос. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. — 448 бит</ref> һәм [[Яугүл]] йәйләүендә үҫкән. Бай булыуына ҡарамаҫтан, атаһы көтөүсе яллап аҙмы-күпме мал сарыф итергә теләмәй, улын йылҡы, ә ике ҡыҙынан һарыҡ көтөүенә көтөүсе итеп ебәрә.
 
Башҡорттарҙың сираттағы баш күтәреүенә ат йыйыу башланғас, Мәхмүттең атаһы, йылҡыларын йәмәғәт ихтыяжы өсөн биреүҙән баш тартып, малдарын ҡаҙаҡтар тарафына ҡыуып алып китә. Ә Мәхмүт көтөүсе егеттәр менән йәйләүҙә ҡала. Атаһы тауыш-тын баҫылғас ҡына малдарын ҡыуалап алып ҡайта. Шулай итеп, Мәхмүттең атаһы батша ғәли йәнәптәренең ышаныслы кешеләре рәтенә инеп китә һәм старшина итеп тәғәйенләнә.