Кирәев Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
[[1938 йыл]]да [[Саҡмағош районы]]ның Куйбышев исемендәге совхозда тракторсы булып хеҙмәт <s>эшмәкәрлеген</s> юлын башлай.
 
''[[1941]]—[[1945]]'' йылдарҙа [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнаша. [[Курск]] дуғаһында һуғыша, [[Львов]], Брно, [[Будапешт]] ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, [[Берлин]]ға тиклем барып етә. Бөйөк Ватан һуғышы барышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн "Батырлыҡ өсөн" миҙалы (1943), "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалы (1945), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) менән бүләкләнгән.
 
''[[1946]]—[[1952]]'' йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге министрлығында эшләй<ref>БашЭнциклопедия</ref>. Мәскәү ҡалаһында юл хәрәкәтен көйләүсе, 82-милиция бүлеге милиционеры булып хеҙмәт итә<ref>, </ref> Силәбе өлкәһе порталы</ref> .
 
[[1952 йыл]]дан алып — «Челябметаллургстрой» тресының «Прокатстрой» төҙөлөш идаралығы бригадиры, һуңынан йөк ташыусы, ағас ҡырҡыусы, ботаҡ киҫеүсе, артабан [[Силәбе өлкәһе]] Уфалей леспромхозының «Красный стан» участкаһы бригадиры булып эшләй. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн "Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ" ордены (1966), Ленин ордены (1971) менән бүләкләнә.