Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
(→‎Һылтанмалар: өҫтәмә мәғлүмәт)
{{Ук}}
'''Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы''' ([[9 февраль]] [[1937 йыл]]) — [[СССР]] һәм [[Рәсәй]] ғалим-лингвисы, [[ғәрәп теле]] белгесе. Филология фәндәре кандидаты (2004). [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (1994), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997)<ref name="БЭ">{{БЭ2013|95485}}</ref>.
== Биографияһы ==
Нурмөхәмәт Әлебай улы Сөйәрғолов 1937 йылдың 9 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның {{ТУ|Стәрлебаш районы}} [[Ҡабыҡҡыуыш]] ауылында тыуған<ref name="БЭ"></ref>.
 
1945 йылда Ҡабыҡҡыуыш башланғыс мәктәбенә уҡырға бара, 5, 6 кластарҙы [[Табылды]] ете йыллыҡ, ә 7 класты — [[Ҡарағош]] мәктәбендә тамамлай (өлгөлө билдәләр менән).
1978 йылда (ситтән тороп) [[Башҡортостан ауыл хужалығы институты]]ның механика факультетында «инженер-механик» һөнәре ала.
 
Педагогик хеҙмәт буйынса эш стажы — 28 йыл, инженер һөнәре буйынса — 29: өлкән инженер-электрик, баш энергетик, баш инженер, «Агропромэнерго» директоры<ref name="БЭ"></ref>.
 
Шулай уҡ Стәрлебаш районы «Ленин юлы» һәм Стәрлетамаҡ районы «Коммунизм байрағы» гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
Совет Армияһында хеҙмәтен үтәгәндә [[Афғанстан]] менән бәйле (1959) бер нисә махсус задание башҡара. Өлгөлө хеҙмәте өсөн күп тапҡыр хәрби часть командованиеһы тарафынан бүләкләнә, КПСС ағзалығына кандидат итеп ҡабул ителә.
 
1973-74 йылдарҙа — Сәмәркәнд Юғары танк командалыҡ училищеһыныңучилищеһы (СВТКУ) бүлекбүлеге начальнигы.
 
[[Ғәрәп теле]] менән 5 йәшенән атаһы етәкселегендә шөғөлләнә башлай. 10 йәшендә оригиналда Ҡөрьәнде 7 тапҡыр уҡып сыға. [[Дамаск]]иҙа ([[Сүрия]]) Ислам университетында белем ала — уҡыу, имтихандар, имам һәм ғәрәп теле уҡытыусыһы сертификаты (1993). Иордан университетында (Амман, 1995) стажировка үтә. 1992 йылдын 2006 йылға тиклем [[Ишембай]] ҡалаһындағы Зәки Вәлиди исемендәге2-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ғәрәп телен уҡыта.
 
[[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (тәржемә һәм Ҡөрьәнде башҡорт телендә нәшер итеү өсөн ([[Мәскәү]], 1994), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), филология фәндәре кандидаты (2004) — Ҡөрьәнде филология яҡтан тикшергәне өсөн. Күп баҫмалар авторы, шул иҫәптән: «Ғәрәп теленән дәреслек», «Ғәрәп теленең грамматикаһы», «Ҡөрьәнде нисек уҡырға», «Сәғүд көндәлеге», «Ике изгелек ерендә», «Европала Ҡөрьәнде өйрәнеү һәм Ҡөрьәндең башҡортса тәржемәһе» — диссертацияһы темаһы, «Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн ғәрәп теле буйынса программа»; шулай уҡ "Башҡорт телендәге ғәрәп, фарсы алынмалары һүҙлеге"нең редакторы һәм төҙөүсеһе<ref name="БЭ"></ref>.
 
Ике тапҡыр [[Мәккә]]гә һәм [[Мәҙинә]]гә хаж ҡыла (2006, 2009). Һуңғы эш урыны: [[Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы|Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһы]]ның сит телдәр кафедраһы доценты (хәҙер БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы), 2006—2012 йылдар.
* [https://science.openrepublic.ru/ru/articles/75933/ Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» — СУЯРГУЛОВ Нурмухамет Алибаевич]{{ref-ru}}{{V|8|02|2020}}
* http://encycl.bash-portal.ru/suiar_n.htm
* {{БЭ2013|95485}}
 
 
[[Категория:Рәсәйҙең ғәрәп фәне белгестәре]]
19 689

үҙгәртеү