Ат егеү кәрәк-ярағы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
6 юл:
[[Башҡорттар]]ҙа [[ат]] егеү кәрәк-ярағы яһау традициялары күсмә хужалыҡ ( [[Күсмә тормош]]) ихтыяждарына, яу сәнғәте ( хәрби хеҙмәт) барлыҡҡа килеү һәм үҫешеүгә бәйле була. Ат егеү кәрәк-ярағы яһау өсөн ағас, күн, металл киң файҙаланылған.
 
Һыбай йөрөү өсөн ат егеү кәрәк-ярағы төп өлөштәрен башлыҡтан, моронһалыҡтан һәм оҙон теҙгендән торған нуҡта, ауыҙлыҡ меннменән йүгән, эйәр, сергеһе (туҡым) менән үңлек, айыл (тартма), өҙәңге, күмелдерек һәм ҡойошҡан, ҡанъяға, ҡамсы тәшкил иткән. Нуҡта һәм йүгәндәр Башҡортостандың дала райондарында, нигеҙҙә, ҡайыштан йәки ишелгән ат ҡылынан, тау-урман райондарында йүкәнән эшләнгән. Ике ҡушма ауыҙлыҡтан һәм шыуып йөрөүсе балдаҡтарҙан торған йүгәндәр киң таралған, S рәүешендәге йәки үҙәк кеүек псалийлы ауыҙлыҡтар осраған. Йүгәнде һырлап һәм семәр баҫып, көмөш йүгертелгән металл өҫтәмәләр, ҡайһы ваҡыт төҫлө быяла һәм таш ҡаштар ҡуйылған, нәҙек ҡайыштан суҡтар тағылған айылдар (көмбәҙ рәүешендәге айылдар айырылып торған) менән биҙәгәндәр. Эйәр ҡапталы һәм ҡашағаһын (ҡашын) яһау өсөн башлыса ҡайын ороһон файҙаланғандар; бөтөн үҙағастан эшләнгән эйәрҙәр осраған. Эйәрҙәр ҡашаға, ҡаптал формаһы һәм биҙәлеше менән айырылған: алғы ҡашын бейегерәк эшләгәндәр, ҡайһы ваҡыт ҡош, йәнлек йәки йылан башы рәүешендә юнғандар, йыш ҡына уны вертикаль рәүештә, артҡыһын тәпәшерәк һәм ауышыраҡ ҡуйғандар.[[ Ир‑егет]]тәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларға тәғәйенләнгән эйәрҙәр булған. Ҡатын-ҡыҙ эйәренең алғы ҡашы киң һәм бейек (нигеҙҙә ярым түңәрәк), артҡыһы ныҡ ауышлыҡ м‑н тәпәш итеп яһалған.
 
== Һыбай йөрөү өсөн==