Ижек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Ижек тотороҡло берәмек булған телдәр ҙә бар. Телмәр ағышында ижектәрҙең составы һәм сиктәре бер нисек тә үҙгәрмәй. Бындай телдәр — [[Ҡытай теле|боронғо ҡытай теле]], [[вьетнам теле]]. Был телдәрҙе ижекле төҙөлөшлө телдәр тип йөрөтәләр. Уларҙағы ижек тотороҡлолоғо шуға бәйле: ижек айырым морфеманы сағылдырыу сараһы булып тора һәм ғәмәлдә иң бәләкәй фонологик берәмеккә әүерелә. Бындай ижек силлабема тип билдәләнә.
== Ижек структураһы ==
[[Файл:Syllable structure 01.svg|thumb|Фонетик ижектең структур составының иллюстрацияһы]]
[[Файл:Syllable illustration 2.svg|thumb|Инглиз телле әҙәбиәттә ижек өлөштәрен билдәләү,''cat'' һәм ''sing'' һүҙҙәре миҫалында]]
Ижек уны яһаусы өндән, нигеҙҙә, һуҙынҡынан (ул һыҙмала 'Г' менән билдәләнгән), һәм уны уратҡан башҡа өндәрҙән, башлыса тартынҡыларҙан ('С'), тора.
Ижек башындағы тартынҡылар – инициаль, ижек аҙағындағы тартынҡылар – финаль, а ижекте яһаусы урталағы өн үҙәк йәки түбә тип атала. Үҙәк менән финаль бергә рифма <ref group="*">Названия частей слога даны по [[Лингвистический энциклопедический словарь|Лингвистическому энциклопедическому словарю]].</ref> тип йөрөтөлә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ижек» битенән алынған