Ижек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ижек''' — [[һүҙ]]ҙең бер тын менән әйтелә торған быуыны. [[Һүҙ]] ижектәргә бүленә. Һүҙҙә нисә [[Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр|һуҙынҡы]] өн булһа, шул тиклем ижек була. Һүҙ бер нисә ижектән торорға мөмкин. Ижектә бер һәм бер нисә өн булырғабула мөмкинала: хат, у-лар, ҡа-ла, ба-ла-лар-ҙы-ҡы.
Ижек иң бәләкәй фонетик-фонологик берәмек булып тора, уға составындағы өндәрҙең акустик-артикуляцион бергәлеге хас. Ижек мәғәнә белдермәй. Ул тик әйтелеш берәмеге булып тора.
Тел тураһындғы фән күҙлегенән ижек төшөнсәһенә билдәләмә ике ҡараштан сығып бирелә. Яһалыу йәһәтенән, йәки [[Физиология|физиологик]] яҡтан, ижек өн йә өндәр йыйылмаһы тип һанала, уларҙы әйткәндә кешенең телмәр аппараты өҙмәй генә тынды бер тапҡыр этеп сығара. Үҙ сиратында, акустика йәһәтенән, йәғни ишетелеү яғынан, ижекте бер өндөң эргәләгеләргә ҡарарғанда көслөрәк яңғырауынан торған телмәр киҫәге тип ҡарарға була.
 
== Ижек тураһында дөйөм төшөнсә ==
Тел ғилемендә [[фонема]] иң бәләкәй өн берәмеге тип ҡаралһа, ижек үҙ сиратында телмәрҙең йәки артикуляцияның иң бәләкәй берәмеге булып тора. Структура йәһәтенән ижек бер йәки бер нисә өндән тора ала, улар телмәр ағышында бер-береһенә йәнәш тора һәм әйтелештә айырылмаҫ бер бөтөн хасил итә.
Ҡайһы бер телдәрҙә, мәҫәлән, [[Рус теле|рус]], [[Инглиз теле|инглиз]], [[Француз теле|француз]] телдәрендә, ижек һүҙҙең мәғәнәүи йөкмәткеһе менән морфологик бүленешенә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Бындай телдәрҙә ижектәрҙең сиктәре күсеп йөрөй һәм төрлө модификацияла төрлөсә үҙгәрә ала, был ваҡытта морфемаларға ла, грамматик формаларға ла бәйле булмай. Әйтәйек, рус телендәге ''дом'' һүҙе бер ижектән тора, тамыр тотошлай ошо ижек эсенә инә, ә ''дома'' формаһында ижек тамырҙың бер өлөшөн генә үҙ эсенә ала, тамырҙың һуңғы өнө ялғау менән берләшә лә икенсе ижекте яһай. Ҡайһы берҙә, мәҫәлән, француз телендә, ижек ике үҙаллы һүҙҙең береһенең аҙағын, икенсеһенең башын берләштерә ала.
Ижек тотороҡло берәмек булған телдәр ҙә бар. Телмәр ағышында ижектәрҙең составы һәм сиктәре бер нисек тә үҙгәрмәй. Бындай телдәр — [[Ҡытай теле|боронғо ҡытай теле]], [[вьетнам теле]]. Был телдәрҙе ижекле төҙөлөшлө телдәр тип йөрөтәләр. Уларҙағы ижек тотороҡлолоғо шуға бәйле: ижек айырым морфеманы сағылдырыу сараһы булып тора һәм ғәмәлдә иң бәләкәй фонологик берәмеккә әүерелә. Бындай ижек силлабема тип билдәләнә.
=== Ижек структураһы ===
Ижек уны яһаусы өндән, нигеҙҙә, һуҙынҡынан (ул һыҙмала 'Г' менән билдәләнгән), һәм уны уратҡан башҡа өндәрҙән, башлыса тартынҡыларҙан ('С'), тора.
Ижек башындағы тартынҡылар – инициаль, ижек аҙағындағы тартынҡылар – финаль, а ижекте яһаусы урталағы өн үҙәк йәки түбә тип атала. Үҙәк менән финаль бергә рифма[* 2] тип йөрөтөлә.
Үҙәк – ижектең мотлаҡ элементы; инициаль йәки финаль булһа ла, булмаһа ла ярай:
схема
Һәр конкрет телдең ижек төҙөлөшөнөң үҙ үҙенсәлектәре бар һәм теге йәки был өндәрҙең айырым позицияларҙа ҡулланыла алмауы ихтимал. Ҡайһы бер телдәрҙә инициаль мотлаҡ (къхонг, вьетнам), икенселәрҙә финаль юҡ (ньянджа, таити). Мотлаҡ финалле телдәр юҡ [2].
Мәҫәлән, ҡайһы бер телдәрҙә, һуҙынҡыларҙан таш, ижек яһаусы үҙәк вазифаһын сонанталар йә шаулы тартынҡылар ҙа башҡара ала. Мәҫәлән, чех телендә ижек яһаусы сонанталар йыш осрай: vlk, vr|ba.
Ошо рәүешле үк һуҙынҡы өндәр ижектең периферияһын да төҙөй ала; был осраҡта улар ижекһеҙ??? тип йөрөтөлә.
 
 
Ижектәрҙең классификацияһы
Ижектәрҙе квалификациялауҙың ике варианты киң таралған. Береһе – һуңғы өн буйынса, икенсеһе – һуҙынҡылар һаны буйынса квалификациялау.
I. Һуңғы өн буйынса ижектәр
1. асыҡ, йәғни ижек яһаусы өнгә бөтә һәм артҡы периферияһыҙ;
2. ябыҡ , йәғни ижек яһамай тоғран өнгә тамамлана һәм артҡы перифериялы була.
Ҡайһы бер телдәрҙә ике вариант та киң ҡулланыла, икенселәрендә ябыҡ ижекәтр булмай.
II. Һуҙынҡылар һаны буйынса ижектәр
1. оҙон, йәғни составында оҙон һуҙынҡылы йә бер нисә тартынҡылы
2. ҡыҫҡа , йәғни составында ҡыҫҡа һуҙынҡылы һәм тартынҡылар төркөмөһөҙ була.
Оҙон һәм ҡыҫҡа ижектәр боронғо грек һәм латин теләдрендә була. Хәҙерге ваҡытта данное ғәрәп телендә бар.
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ижек» битенән алынған