Ғәбдүкәйев Ибниәмин Фәйзулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
6 юл:
20-се Башҡорт полкы 1812 йылдың 30 октябрендә [[Пермь губернаһы]] [[Пермь өйәҙе]]нең [[Ҡуян ауылы]]нда ойошторола һәм Полтава губернаһының Галяч ҡалаһына генерал-лейтенант граф П. А. Толстой командалығындағы ополченецтар корпусына барып ҡушыла.
Полк Пенза ополчениеһына ҡушылғандан һуң, 1813 йылдың майында Варшава кенәзлегенә барып етә һәм генерал Д. И. Лобанов-Ростовский командалығындағы Резерв армияһы составына инә. Полктың бер өлөшө әсирҙәрҙе һаҡлай, транспортты оҙатып йөрөй, 3-сө һәм 4-се корпустар менән элемтә булдыра<ref name="Юрт№1" />.
Тарихсы [[Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы|Ә. З. Әсфәндиәров]] 1834 йылда үткәрелгән VIII {{comment|рәүиз|ревизия}} мәғлүмәттәре буйынса ауылдаУймыж ауылында йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырып сығара. Унда Ибниәмингә — 40, уның улдары Низаметдингә — 5, Шәрәфетдингә 1 йәш булыуы теркәлгән<ref name="Асфандияров" />. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк тарих архивының {{comment|«Ырымбур хәрби губернаторы канцелярияһы»|«Канцелярия Оренбургского военного губернатора»}} фондында һаҡланған 1836—1843 йылғы формуляр исемлек мәғлүмәттәрендә Ибниәмин Ғәбдүкәйев 46 йәштә тип күрһәтелгән<ref name="Юрт№1" />.
 
== Иҫкәрмәләр ==