Ғәбдүкәйев Ибниәмин Фәйзулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Ғәбдүкәйев Ибниәмин Фәйзулла улы 1794 йылда ул ваҡытта 1-се Башҡорт кантоны составына ингән [[Пермь губернаһы]]ның 1-се йортона ҡараған [[Уймыж]] ауылында (хәҙер [[Пермь крайы]]ның [[Барҙы районы]] Федорков ауыл биләмәһе составына инә) тыуа<ref name="Асфандияров">[https://vk.com/doc35528094_514384047?hash=676fbc81bbaf5b8852 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. стр - 584. Уфа: Китап. 2009.]</ref>. Зауряд хорунжий дәрәжәһендә 20-се Башҡорт полкында хеҙмәт итә, әммә һуғыштарҙа ҡатнашмай.
20-се Башҡорт полкы 1812 йылдың 30 октябрендә [[Пермь губернаһы]] [[Пермь өйәҙе]]нең [[Ҡуян ауылы]]нда ойошторола һәм Полтава губернаһының Галяч ҡалаһына генерал-лейтенант граф П. А. Толстой командалығындағы ополченецтар корпусына барып ҡушыла.
Полк Пенза ополчениеһына ҡушылғандан һуң, 1813 йылдың майында Варшава кенәзлегенә барып етә һәм генерал Д. И. Лобанов-Ростовский командалығындағы Резерв армияһы составына инә. Полктың бер өлөшө әсирҙәрҙе һаҡлай, транспортты оҙатып йөрөй, 3-сө һәм 4-се корпустар менән элемтә булдыра<ref name="Юрт№1" />.