Зарипова Рина Баян ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
[[Меңнәр (Татарстан)|Меңнәр]] ауылында уҡытыусылар Мәсрүрә Зарифуллина һәм Фәтхелбаян Ағумов ғаиләһендә 1941 йылдың 12 мартында донъяға килә. Документтарҙа барлыҡҡа килеү көнө 19 март итеп теркәлә. Ғаиләлә барлығы 8 бала була. Фәтхелбаян яғынан Рина Зарипова журналист Әлфиә Самат, яҙыусы Фәйрүзә Мөслимова, уҡытыусы Тәҡи Зәкиев менән туғандаш.
 
Фәтхелбаян Ағумов [[Бөйөк Ватан һуғышы|Бөйөк Ватан һуғышында]] ҡатнаша. Ғаилә Меңнәр ауылынан һуң ваҡытлыса Кәзкәйгә, унан Яңы Әлемгә күсенә. Был ауылда Рина беренсе ике класын тамамлай. Бынан һуң ғаилә [[Иҫке Солтанғол (Татарстан)|Иҫке Солтанғолға]], Шәрип һәм, аҙаҡ килепахырҙа, [[Юғары Гәрәй|Юғары Гәрәйгә]] күсенә. [[Юғары Гәрәй|Юғары Гәрәйҙә]] Рина ун йыллыҡ мәктәп белемен тамамлай.
 
1960 йылда Алабуға педагогия институтының урыҫ-татар филология факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшыра. 1965 йылда институтты тамамлай. Лайыш районы Татар Сараланы урта мәктәбенә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы институт тарафынан ебәрелә.