Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Өҫтәмә мәғлүмәт: өҫтәмә мәғлүмәт
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова 1936 йылдың 18 февралендә [[Башҡорт АССР-ы|БАССР-ҙың]] [[Ҡырмыҫҡалы районы]] [[Күлләр]] ауылында тыуған. Райондың төпкөл ауылында көн күргән Ноғомановтар ғаиләһе йыр-моңға маһир ғаилә була. Күмәк балалы ғаиләлә [[Тәфтиләү (йыр)|«Тәфтиләү»]], [[Ҡаһым түрә (йыр)|«Ҡаһым түрә»]], [[Еҙ бүртә (йыр)|«Еҙ бүртә»]], [[Һаҡмар (йыр)|«Һаҡмар»]], [[Ғилмияза (йыр)|«Ғилмияза»]] йырҙарын тыңлап-ишетеп үҫә Флүрә. Һуғыштан һуңғы осорға тура килгән йәш үҫмер бала Флүрә лә йырларға ярата. Бейеүгә лә ул оҫта була, Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-мәғрифәт училищеһы сәхнәһендә һабаҡташы Фәнзил Сөләймәнов менән «Дуҫлыҡ» бейеүен башҡара, хатта Фәйзи ғәсҡәровҒәсҡәров уны ныҡышмал рәүештә ансамбленә саҡыра. Әммә йырға һөйөү өҫтөнлөк ала<ref name="Ф. Ноғоманова">[http://bash.bashgazet.ru/litiratura/25333-yyrly-mer-brkkn-yylyly.html Йырлы ғүмер бөрккән йылылыҡ]</ref>.
 
ФлңрәФлүрә Ноғоманова [[Өфө сәнғәт училищеһы]]на уҡырға инә. Ғүмер буйы оло ихтирам менән ифрат талапсан уҡытыусыһы [[Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы|Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаны]] иҫкә ала, балаларҙа тәбиғәттән бирелгән тауышты, моңдо боҙмайынса тышҡа сығарыу өсөн уның намыҫлы һәм фиҙәҡәрфиҙакәр хеҙмәтен оло баһалай. Үҙе лә уҡытыусыһынан үрнәк алып, йәш йырсыларҙы әҙерләгәндә ошо алымдарҙан тайпылмаҫҡа тырыша, уҡыусыларын үҙ балалары һымаҡ яҡын күреп, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙа<ref name="Ф. Ноғоманова"></ref>.
 
Артабан [[Ҡазан]] консерваторияһында белем ала (1967 йылда тамамлай; Н. Н. Лучинина класы), 1972 йылға тиклем һәм 1983—2011 йылдарҙа [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда уҡыта, 1972—1983 йылдарҙа — [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] солисы.